

Рәсәй Милли гвардияһының 29-сы махсус тәғәйенләнештәге отрядының уҡсы-санитары Вадим Сафин 2011 йылдың 4 майында Чечен Республикаһының Урус-Мартан районында хеҙмәт бурысын үтәгән саҡта ҡаты яралана. Ауыр хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, алға ҡуйылған бурысты үтәүгә өлгәшә. Оҙаҡ дауаланғандан һуң ул һөнәренә тоғро ҡала.
Вадим Сафин Төньяҡ Кавказда хеҙмәт ваҡытында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ордены менән наградлана. Орден тапшырыу тантанаһында: “Был награданы олатайыма бағышлайым. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, барлыҡ яуҙы үткән, ике тапҡыр яраланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был көндәрҙе күрә алманы. Үҫеп килгән быуын беҙгә ҡарап үрнәк алһын, тип теләйем”, – тине Вадим Сафин.
Вадим Сафин кеүек егеттәр менән тыуған илебеҙ лайыҡлы ғорурлана.
Фото: YouTube