

Беҙгә бер килограмм картуф, 300 грамм ит фаршы, ике баш һуған, 100 грамм кишер, бер аш ҡалағы томат пастаһы, һарымһаҡ, үҫемлек майы кәрәк.
Әҙерләү:
Бер иш ҙурлыҡтағы бер килограмм картуф бүлбеләренең эсен соҡоп алабыҙ, һауытта тигеҙ ултырһын өсөн төбөн киҫәбеҙ. Фаршҡа тоҙ, борос, ваҡланған һарымһаҡ, һуған ҡушып һәйбәтләп бутайбыҙ ҙа картуфтың эсенә тултырабыҙ. Шунан уны табаға тығыҙ итеп теҙеп, тоҙло һыу һалып бешерергә ҡуябыҙ.
Артабан тоҙлоҡ яһайбыҙ. Үҫемлек майында кишер менән һуғанды ҡыҙҙырабыҙ, томат пастаһы, тоҙ, әҙ генә һыу ҡушабыҙ. Бешер саҡтараҡ тоҙлоҡто өҫтәп, тағы ла әҙер булғансы бешерәбеҙ. Өҫтәлгә йәшел тәмләткестәр менән бирәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: attuale.ru