

3 ноябрҙә Федерация Советында экстремаль шарттарҙа ҡыйыулыҡ күрһәткән үҫмерҙәр һәм балаларҙы «Батырлыҡ күрһәткән өсөн» махсус миҙал менән бүләкләү тантанаһы була. Улар иҫәбендә Күгәрсен районынан 14 йәшлек Арыҫлан Шафиҡов та бар, тип белдерә Күгәрсен районы хакимиәте матбуғат хеҙмәте. Быйыл 14 мартта ул урамдан үтеп барғанда бер йорттан ҡуйы төтөн сыҡҡанын шәйләй. Баҡтиһәң, өйгә төкәтмә итеп төҙөлгән мунса яна башлаған була. Малай ҡаушап ҡалмай, тиҙ генә янғын һүндереүселәргә шылтырата һәм хәүефле йорттан аяҡһыҙ ике төркөм инвалидын һәм уның ҡатынын алып сыға. Шулай итеп, ул ике кешене үлемдән ҡотҡара. Арыҫлан үҙен бер ҙә батыр итеп һанамай, тәүҙә хатта был ҡылығын яҡындарынан башҡа бер кем дә белмәй.
Был сарала йәмғеһе илебеҙҙең 50 төбәгенән балалар наградланасаҡ, улар һәр береһе батыр аҙым яһап, төрлө ҡыйыулыҡтар күрһәткән.
Фото Күгәрсен районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.