Ғорурланабыҙ
2 Ноябрь 2022, 14:30

Иң ҙур награда – ҡотҡарылған кеше ғүмерҙәре

Ғүмерен янғын һүндереү эшенә бағышлаған Роберт Бәширов ошондай фекерҙә.

Иң ҙур награда – ҡотҡарылған кеше ғүмерҙәреИң ҙур награда – ҡотҡарылған кеше ғүмерҙәре
Иң ҙур награда – ҡотҡарылған кеше ғүмерҙәре

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығындағы 22-се янғын ҡотҡарыу отрядының 8-се янғын -ҡотҡарыу часы ҡарауыл начальнигы ярҙамсыһы Роберт Бәширов Нуриман районының Никольский ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған.

Нөрлө ауылында урта мәктәпте тамамлай. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң, 1998 йылдан нефть эшкәртеү станцияһында янғын һағында эшләй.

2016 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһының иң яҡшы ҡарауыл начальнигы ярҙамсыһы итеп таныла.

Бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен Роберт Альберт улы икенсе ғаиләһе итеп күрә, улар тураһында тик йылы һүҙҙәр еткерә. "Дуҫтарҙы, иптәштәрҙе бер ҡасан да ташларға ярамай. Ниндәй генә хәлдә булһа ла – хеҙмәттә лә, тормошта ла”, - ти ул.

Эшендә һөнәр оҫтаһы булһа, ғаиләһендә ул – хәстәрлекле атай һәм яратҡан ир. Буш ваҡытында ҡаяға үрмәләү менән шөғөлләнә, гитарала уйнарға ярата. Роберт Бәшировтың ҡаҙаныштары ла күп. Ул Салауат Юлаев орденына лайыҡ булған, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Иң яҡшы янғын һүндереүсеһе” тигән күкрәк билдәһе, “Хеҙмәттәге ҡаҙаныштар өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.

Шулай ҙа уның өсөн иң ҙур награда – ҡотҡарылған кеше ғүмерҙәре.

Роберт Бәширов кеүек ҡурҡыу белмәгән һөнәр эйәләре менән Башҡортостан ғорурлана.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы видеояҙмаһынан скриншот.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас