Ғорурланабыҙ
3 Ноябрь 2022, 08:23

Йөрәк йылыһын еткерәйек!

Халҡыбыҙҙың ихласлығы раҫлана.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Фото:Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Сентябрь аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә “Йөрәк йылыһы” тигән акция иғлан иткәйне.

Акцияны башлап ебәреүсе – Бө­тә донъя башҡорттары ҡорол­та­йы Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәле Шайморатов исемен­дә­ге ирекмәндәр отряды етәксеһе, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ве­те­рандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов:

– Хөрмәтле апайҙар, еңгәйҙәр һәм республикабыҙҙың ағинәйҙәре! Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы менән берлектә “Йөрәк йылыһы” тип аталған ҙур акция үткәрергә ҡарар итте. Ниәте­беҙ шул – Украиналағы махсус хәр­би операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп, башҡа йылы кейем-һалым, бер аҙ күстәнәс ебәрһәгеҙ, улар йөрәк йылыһын тойор, күңелдәре күтәрелер ине. Оҙаҡламай һыуыҡ көндәр башлана. Улдарыбыҙҙы һалҡындан аралап, хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙһаҡ ине. Йылы әйберҙәргә ҡушып, “улыма”, “батыр егеткә”, “именлек теләйем” кеүек һүҙҙәр менән хаттар, ши­ғырҙар яҙып ебәрһәгеҙ, һалдат­тарыбыҙ уҡып ҡыуаныр, көс-ғәйрәттәре артыр ине тигән ышаныстабыҙ. Яуҙағы егеттәребеҙ беҙҙең иғтибарға, йөрәк йылыһына бик тә мохтаж. Акциянан бер ауыл да, бер район һәм ҡала ла ситтә тороп ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ, – тип изге эштә ҡатнашырға саҡырҙы Тимерйән Рәжәп улы.

Вера Раздайбейдина тигән ханым тәүгеләрҙән булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисына бик күп йөн ойоҡ килтереп китте. Ул “Квазар” компанияһында эшләй икән. Акция хаҡында хеҙмәт­тәш­тәренә хәбәр иткәс, битараф бул­ма­ған кешеләр, дуҫтары бергәләп аҡса йыйған, күп итеп йөн ойоҡтар алған.

– Беҙ, илебеҙҙең башҡа кешелә­ре кеүек үк, әле барған хәлдәрҙән ситтә ҡала алманыҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәре­беҙгә хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам күрһәтергә ҡарар иттек. Яугирҙә­ребеҙгә йөрәк һәм күңел йылы­быҙ­ҙы еткергебеҙ килә. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Һеҙҙе өйҙә әсәйҙәрегеҙ, апай-һеңлеләрегеҙ, ҡатындарығыҙ көтә, – тигәйне күҙ йәше аша Вера Раздайбейдина.

Акцияны иғлан иткәндең тәүге көндәрендә үк Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә килде. Улар ҙа өс ҡумта йөн ойоҡ килтергән.

– Артабан был акцияға Әбйәлил районынан барлыҡ хеҙмәттәш­тәребеҙ ҡушылырға ниәтләй. Беҙ ир-егеттәребеҙгә йылы кейемдең ни тиклем кәрәклеген беләбеҙ, шуға күрә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Хәҙер бөтәбеҙ ҙә берҙәмлек күрһәтергә тейешбеҙ, – тип уртаҡлашты улар фекерҙәре менән.

Тәтешле районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Тәтешле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфиә Шәйнурова ла, Өфөгә килеп, бихисап әйбер ҡалдырып китте.

– Акцияға район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ғына түгел, бюджет учреждениелары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡушылды, айырыуса балалар баҡсаларын билдәләп үтке килә. Ватанды һаҡлаусылар өсөн йылы әйбер­ҙәрҙән тыш, беҙ Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары балалары өсөн мәктәп кәрәк-ярағын да йыйҙыҡ, – тине ул.

Дүртөйлөләр ҙә бик берҙәм, әүҙем булып сыҡты.

– Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ун ҡумта йылы кейем, ҡоро паёк, ги­гиена кәрәк-ярағын йыйҙыҡ. Бы­ның менән генә сикләнеп ҡалмай­быҙ, артабан да гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Мин эшләгән гимназиялағы балалар яугирҙәргә хаттар яҙҙы. Уларҙы ла мотлаҡ рәүештә тапшырырбыҙ. Батырҙарыбыҙҙың тиҙерәк тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайты­уын теләйбеҙ. Улар өсөн доға ҡылабыҙ, – тине Дүртөйлө районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, Дүртөйлө ҡалаһының Н. Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Гөлшат Хөсәйенова.

Шулай уҡ Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы, бер кластың ата-әсәләре аҡса йыйыуҙы ойоштороп, 110 мең һум аҡса туплауҙары хаҡында һөйләне. Бынан тыш, гимназия уҡыусыларының ата-әсәһе Луганск ҡалаһы мәктәптәренең береһенә компьютер, ноутбук, уҡыу материалдары тапшырған.

Дүртөйлө районының Исмаил ауылынан Гүзәлиә Закирова ла яу яланына йүнәлгән яҡташтарына ялҡынлы сәләм һәм бик күп йылы әйбер килтерҙе. Гүзәлиә Урал ҡыҙы ауыл мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, урындағы ҡоролтай ағзаһы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы мобилизацияланған яугирҙәр­гә кәрәк-яраҡ туплау өсөн иғлан иткән “Йөрәк йылыһы” акцияһы хаҡында ишеткәс, ул, мәктәп директоры Айгөл Ғәлиеваға мөрә­жәғәт итеп, уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы, ауылдаштарын ошо акцияға йәлеп иткән. Һөҙөмтәлә Исмаил ауылының миһырбанлы кешеләре бик күп йылы ойоҡ, бирсәткә, таҫтамал һәм башҡа кәрәк-яраҡ туплаған. Ә бәләкәстәр йөрәккә үтеп инерлек хаттар яҙған.

Тегенсе, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән уңған ҡуллы милләттәшебеҙ, Өфө ҡалаһында йәшәгән Мәрфуға Аралбаева иһә “Йөрәк йылыһы” акцияһы тура­һында “Юлдаш” радиоһы эфирында ишеткән. Ул Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт университе­тын тамамлаған. Әммә сағыу әй­бер­­ҙәрҙе үҙ ҡулы менән бул­ды­рыр­ға, тегергә яратыуы тормошон ҡырҡа икенсе йүнәлешкә борорға мәжбүр иткән. Хәҙер уның килем дә, күңеленә ҡәнәғәтләнеү ҙә кил­тергән эше – шәхси тегеү ательеһы бар. Мәрфуға Урал ҡыҙын күптәр иҫ киткес күркәм күлдәктәр, кос­тюмдар, хатта өҫ кейеме теккән оҫтабикә булараҡ белә.

– Минең дә алыҫҡа юлланған, Ватанды һаҡлаған яҡташтарыма ярҙам иткем килде. Нисек һәм нимә эшләргә була, тип уйланып йөрөнөм, унан итек эсенән кейә торған уңайлы ойоҡбаштар тегергә булдым. Бының өсөн төрлө туҡыманың сифаты тураһында уҡыным. Ялан шарттарында, һалҡын ваҡытта хеҙмәт итәсәк ир-егеттәр өсөн тәғәйенләнгән әйбер уңайлы булыу менән бер рәттән, йылылыҡты тоторға, тирләгәндә йә йыуғандан һуң тиҙ генә кибергә тейеш. Был йәһәттән иң яраҡлы туҡымаларҙың береһе – флис. Полиэстерҙан яһалған синтетик трикотаж – туҡыма төрө ул. Уны йылы тота торған эске кейемдән алып ҡышҡы хәрби комбинезон тегеү өсөн дә ҡулланалар. Флис кейем – туристар, әүҙем йәшәү рәүешен үҙ итеүселәр, хәрбиҙәр өсөн иң яҡшыһы. Йыш ҡына уны кейемдәге урта ҡатлам итеп тә файҙаланалар. Материал еңел, аллергия тыуҙырмай, беше, тиҙ кибә, шыма, йылылыҡты һаҡлай. Ниәтем нығынғас, үҙемдә булған флис киҫәгенән ойоҡбаш тектем, уны бер нисә көн кейеп йөрөнөм, һынап ҡараным. Ысынлап та, йылы ла, уңайлы ла.

Унан инде туҡымалар магазинына барып, бер нисә метр ҡуйы йәшел төҫтәге флис алып ҡайттым да 25 пар ойоҡбаш тектем. Йөйҙәрен эшкәрттем, сөнки улар аяҡты ауырттырмаҫҡа тейеш, – ти Мәрфуға Урал ҡыҙы.

Ул ошо эше менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмай, тағы ла ойоҡбаштар, каска эсенән кейә торған башлыҡтар текмәксе. “Әлегә был фәҡәт минең башланғысым булды, кәрәк икән, ательемда әйбер тектергән клиенттарым, дуҫтарым да ярҙамға әҙер – уларҙың булышлығында ҙурыраҡ күләмдәге эштәр атҡарасаҡбыҙ”, – тине әүҙем милләттәшебеҙ.

“Йөрәк йылыһы” акцияһы октябрь аҙағына тиклем дауам итә­сәк. Ул халҡыбыҙҙың киң күңелле, ихлас һәм берҙәм икәнлеген йәнә бер иҫбатланы. Мобилизация­ланған һалдаттар, яу яланындағы хәрбиҙәр өсөн йылы ойоҡ, бирсәткә һәм башҡа кәрәк-яраҡты баш ҡаланың Революция урамындағы 43-сө йортҡа килтерергә мөмкин. Ноябрь башында ылау Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына оҙатыласаҡ.

Иң мөһиме — ҡайнар сәләмдә­регеҙ яугирҙәргә барып етһен, улар иһә тыуған яҡтарға имен-һау әйләнеп ҡайтһын!

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Вера Раздайбейдина.
Гөлшат Хөсәйенова.
Гүзәлиә Закирова.
Вера Раздайбейдина.
Читайте нас