

7 ноябрҙә Һамарҙа Куйбышевтағы парадтың 81 йыллығына арналған “Еңеү юлынан” исемле парад үтте. Тантаналы сарала ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернатының курсанттары ҡатнашты. Парад составы хәрбиҙәрҙән, йәмәғәтселәрҙән, илһөйәрҙәр ойошмаларынан, йәш армеецтарҙан, уҡыусыларҙан, студенттарҙан, курсанттарҙан, хеҙмәт коллективтарынан торҙо. Генерал-майор Александр Данышин да килгәйне.
"Маршта – Башҡортостан. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты. Рәсәй Федерацияһында ул иң яҡшыларҙан һанала, “Йыл космонавы” авиация-йыһан конкурсында йыл һайын еңә, – тип иғлан иттеләр парадта Өфө кадеттарын.
“Бөгөн беҙ илебеҙ өсөн тарихи, мөһим сарала ҡатнашабыҙ. Парад – Бөйөк Ватан һуғышында ауыр һынауҙар төшкән быуын менән бәйләнеш. Ул саҡта илебеҙ дошмандың иң ҡурҡыныс көстәренә ҡаршы торған. Барлыҡ халыҡ үҙ ерен һаҡларға баҫҡан. Фронт һәм тыл дөйөм көс менән үлемһеҙ батырлыҡ күрһәткән – Ватаныбыҙҙы ҡотҡарған. 1941 йылдың ошо ноябрь көнөндә был урында беҙҙең ата-балаларыбыҙ торған, улар парадтан һуң илебеҙҙе ҡурҡыныс хәүефтән – фашизмдан һаҡларға киткән. Бөгөн Ватаныбыҙҙы батырҙарса һаҡлаған һәм данын күтәргән һәр яугиргә рәхмәт белдерәбеҙ. Уларҙың ҡаһарманлығы, бурыстарына тоғролоғо, илһөйәрлеге – илгә хеҙмәт итеү өлгөһө, балаларыбыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе тәрбиәләү миҫалы. Тиҫтә йылдар үткәс, бөгөн дә парадта ҡатнашыусылар араһында Ватанды һаҡларға баҫҡан яугирҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар, Рәсәйҙең тыныс халҡын, биләмә теүәллеген яҡларға хәрби хәрәкәт урынына йыйынғандар бар. Хөрмәтле яугирҙәр, беҙҙең ата-бабаларҙың батырлығына лайыҡлы ҡалығыҙ”, – тине тәбрикләү сығышында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров.
Сарала Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий Азаров ҡатнашты.
– Куйбышевта – Советтар Союзының запас баш ҡалаһында 81 йыл элек легендар хәрби парад үткән. Был беҙҙең атайсалыбыҙ, илебеҙ тарихында мөһим көн. Бөйөклөк менән хәсрәт бергә ҡушылған көн. Парадта Ҡыҙыл Армияның ҡеүәте һәм халҡыбыҙҙың берҙәмлеге күрһәтелә. Куйбышев парады Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарманлыҡ йылъяҙмаһына халҡыбыҙҙың ныҡлығының, һынмаҫ рухының символы булып мәңгелеккә ингән, – тине Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий Азаров.
Һамарҙағы был иҫтәлекле сарала Өфө мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре 2015 йылдан ҡатнаша. Парад бары 2020 һәм 2021 йылдарҙа - коронавирус инфекцияһы пандемияһы ваҡытында ғына уҙғарылманы.
1941 йылдың 7 ноябрендә Советтар Союзында өс парад үткән – Мәскәүҙә, Воронежда, Куйбышевта. Улар араһынан тик Куйбышевта ғына ҡораллы ғәскәрҙәр һәм хәрби техника үтеп кенә ҡалмай, ә яңы хәрби самолеттарҙың һауа парады ла уҙа. Әйткәндәй, ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сит илдең хәрби атташеларына совет Һауа ҡораллы ғәскәре көсө мөмкинлектәрен күрһәткән берҙән-бер һауа парады була. Шул саҡта В.В. Куйбышев исемендәге майҙандан һалдаттар шунда уҡ фронтҡа киткән, парадҡа 3-сө Һөжүм итеү армияһының беренсе командующийы, генерал-лейтенант Максим Пуркаев етәкселек иткән. Бөгөн уның хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ашыу сараһы үтте.
Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков.
Фото: “Башинформ”.