+21 °С
Болотло


Шишмә районы хакимиәте етәксеһе Ришат Мансуров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һәләк булған яҡташы тураһында яҙҙы.
"Бөгөн Шишмә районының Сәлих ауылында Украина биләмәһендәге махсус хәрби операция барышында һәләк булған сержант Инзир Собханғолов менән бәхилләшеү булды. Батыр, көслө һәм ҡыйыу яугир, илебеҙҙең милли мәнфәғәттәрен яҡлап, аҙағынаса антына тоғро ҡалды. Беҙ уның батырлығын мәңге онотмаҫбыҙ. Ауыр юғалтыу. Ҡайғырабыҙ", - тигән ул.
Фото: Ришат Мансуров.