+21 °С
Болотло


Йылайыр ауылында йәшәгән өс бала әсәһе Айһылыу Түләбаева хужабикәләрҙең тормошон еңелләштергән ысулдар эҙләй һәм үҙенең сәхифәһендә бүлешә: “Ҡоротто һәр хужабикә төрлөләндереп үҙенсә эшләп һаҡлай. Бәлки, кемгәлер асыш булмаҫ, әммә шулай ҙа хәтәр анһат ҡына бер ысул менән, "һә" тигәнсә ҡороттан бәләкәс йомарламдар эшләп, туңдырып алдым, ҡыш тоҙлоҡло ашҡа һалып эсер өсөн.
Был ысул менән йәйгеһен ҡоротто киптереп алғанда ла шәп була!”