Ғорурланабыҙ
10 Ноябрь 2022, 12:45

Азат Бадранов фронтҡа китте

Радий Хәбиров: "Мин уларҙың был ҡарарын хөрмәт итәм..."

Азат Бадранов фронтҡа киттеАзат Бадранов фронтҡа китте
Азат Бадранов фронтҡа китте

Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанынан махсус хәрби операцияға егеттәрҙе оҙатыу сараһы үтте. Улар араһында үҙ теләге менән яуға киткән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов та бар ине. Ошо хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

“Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында егеттәрҙе фронт һыҙығына оҙаттыҡ. Азат Бадранов та китте. Мин уларҙың был ҡарарын хөрмәт итәм һәм бында, Шайморатов һәйкәлендә, оҙатырға ғына түгел, ә ҡаршы алыуҙарын да теләйем”, – тине Радий Фәрит улы.

Халыҡ махсус хәрби операцияға киткән ир-егеттәрҙе “Шайморатов генерал” йырын башҡарып оҙатып ҡалды.

Иҫән-һау, еңеү менән ҡайтығыҙ, Ватан һаҡсылары!

Фото: Радий Хабиров (vk.com)

Азат Бадранов фронтҡа китте
Азат Бадранов фронтҡа китте
Азат Бадранов фронтҡа китте
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас