Ғорурланабыҙ
10 Ноябрь 2022, 08:30

Бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ ҙа бар

Владимир Колокольцев тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә “Махсус шарттарҙа хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдарын тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ ҙа барБүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ ҙа бар
Бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ ҙа бар

“Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баш клиник дауаханаһында Рәсәй эске эштәр министры Владимир Колокольцев  Херсон өлкәһендә командировка ваҡытында алған йәрәхәттәренән һуң дауаланған хеҙмәткәрҙәрҙе ҡараны”, — тип хәбәр итте Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле. Унда Владимир Колокольцев тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә “Махсус шарттарҙа хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдарын тапшырҙы.

Улар араһында яҡташыбыҙ - полиция майоры Иван Макаров та бар. Ул Башкортостан Республикаһының полиция эттәре менән эшләгән иң тәжрибәле хеҙмәткәрҙәренең береһе. 20 йыл тирәһе эске эштәр органдарында хеҙмәт итә, шул иҫәптән 11 йыл – Кинолог үҙәге хеҙмәте начальнигы. Октябрь башында ваҡытлыса дислокация пунктында яраланған. Яҡын арала уға операция яһаясаҡтар.

"Хеҙмәт бурысығыҙҙы үтәгәндә батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәттегеҙ. Ҡурҡып, ҡаушап ҡалманығыҙ, яраланғандан һуң да хеҙмәтегеҙҙе дауам иттегеҙ. Сафҡа ҡайтып, иптәштәрегеҙ һәм хеҙмәттәштәрегеҙ менән бергә эшләүегеҙҙе дауам итерһегеҙ, тип ышанам. Һеҙгә сәләмәтлек, именлек һәм яҡшылыҡ теләйем. Байрам менән ҡотлайым! Минән туғандарығыҙға ҙур сәләм еткерегеҙ", – тине Рәсәй эске эштәр министры Владимир Колокольцев.

Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының "vk.com" төркөмөндәге сәхифәһенән.

Бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ ҙа бар
Бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ ҙа бар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас