Ғорурланабыҙ
10 Ноябрь 2022, 12:15

Көҙгө саҡырыу буйынса республиканан тәүге егеттәр армияға китте

Был көҙгө саҡырыуҙың тәүге оҙатыуы.

Көҙгө саҡырыу буйынса республиканан тәүге егеттәр армияға киттеКөҙгө саҡырыу буйынса республиканан тәүге егеттәр армияға китте
Көҙгө саҡырыу буйынса республиканан тәүге егеттәр армияға китте

Мәғлүм булыуынса, 1 ноябрҙән илдә көҙгө саҡырыу кампанияһы башланды. Бөгөн республиканың Саҡырыу пунктында тәүге егеттәрҙе сроклы саҡырыу буйынса армияға оҙатыу сараһы үтте. Унда республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты. Ошо хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.    

“Бөгөн хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәрҙе оҙаттыҡ. Был көҙгө саҡырыуҙың тәүге оҙатыуы. Хәрби һауа көстәрендә, Росгвардия ғәскәрҙәрендә, ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәт үтергә тип 80-гә яҡын егет китте.

Ғәҙәттәгесә, буласаҡ яугирҙәрҙе дини конфессиялар вәкилдәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, юнармиясылар менән бергә оҙатабыҙ. Башҡортостандан киткән егеттәр һәр ваҡыт армия хеҙмәтен намыҫ һәм хөрмәт менән үтәй. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ, әлеңге саҡырылыусылар ҙа һынатмаҫ, тип ышанам.

Армия яҡшы тормош мәктәбе булды һәм булып ҡала. Өлгөргән, көслө һәм сәләмәт егеттәребеҙҙе көтәбеҙ. Яҡшы һәм намыҫлы хеҙмәт, егеттәр!” – тип белдерҙе ул.

Шуны ла әйтергә кәрәктер, сроклы хәрби хеҙмәткә алынған егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнашмай.  


Фото: Ирек Сәғитовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Көҙгө саҡырыу буйынса республиканан тәүге егеттәр армияға китте
Көҙгө саҡырыу буйынса республиканан тәүге егеттәр армияға китте
Көҙгө саҡырыу буйынса республиканан тәүге егеттәр армияға китте
Көҙгө саҡырыу буйынса республиканан тәүге егеттәр армияға китте
Көҙгө саҡырыу буйынса республиканан тәүге егеттәр армияға китте
Көҙгө саҡырыу буйынса республиканан тәүге егеттәр армияға китте
Көҙгө саҡырыу буйынса республиканан тәүге егеттәр армияға китте
Көҙгө саҡырыу буйынса республиканан тәүге егеттәр армияға китте
Көҙгө саҡырыу буйынса республиканан тәүге егеттәр армияға китте
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас