Ғорурланабыҙ
11 Ноябрь 2022, 16:40

Кемдәр улар беҙҙең заман геройҙары?

Улар араһында күп ҡатлы йорттоң һигеҙенсе ҡатындағы тәҙрәлә эленеп торған ҡыҙҙы ҡотҡарған Сабит Шонтакбаев та булды. 

Кемдәр улар беҙҙең заман геройҙары?Кемдәр улар беҙҙең заман геройҙары?
Кемдәр улар беҙҙең заман геройҙары?

Бөгөн Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында "Беҙҙең заман геройы" XI Бөтә Рәсәй телевизион йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.

Премия 2004 йылда Өфө ҡала хакимиәте һәм "Вся Уфа" продюсерлыҡ үҙәге тарафынан булдырыла һәм уға изге эштәр башҡарған, ҡаһарманлыҡ күрһәткән, спорт рекордтары ҡуйған, яңы асыштар яһаған, төрлө ауырлыҡтарҙы үткәрә алған ябай кешеләр лайыҡ була. "Беҙҙең заман геройы" премияһы хәҙер федераль кимәлдә үтә. Быйыл да Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән "Изге ғәмәл", "Ҡаһарман йөрәк", "Йыл хәйриәсеһе", "Көслө рухлылар", "Бәләкәй кешенең ҙур батырлығы" номинацияларенда еңеү яулаған заман геройҙары йыйылды.

"Беҙҙең заман геройы" исеменә күп ҡатлы йорттоң һигеҙенсе ҡатында тәҙрәлә эленеп торған ҡыҙҙы ҡотҡарған Сабит Шонтакбаев лайыҡ булды. Уның батырлығы тураһында киң мәғлүмәт сараларында күп яҙылды. Егетте тыуған ере Ҡаҙағстанда ла бүләкләгәндәр, ул Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Токаев менән дә осрашҡан.

Сара барышында һәр кемдең батырлығы тураһында һөйләп, видеояҙмалар күрһәтелде. Еңеүселәр премияның махсус статуэткаһы һәм бағыусыларҙан аҡсалата бүләктәр алды. 

Автор фотолары. 

Кемдәр улар беҙҙең заман геройҙары?
Кемдәр улар беҙҙең заман геройҙары?
Кемдәр улар беҙҙең заман геройҙары?
Кемдәр улар беҙҙең заман геройҙары?
Кемдәр улар беҙҙең заман геройҙары?
Кемдәр улар беҙҙең заман геройҙары?
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас