Ғорурланабыҙ
11 Ноябрь 2022, 09:26

Шағир ҡайтты һәйкәл булып

Шәйехзада Бабич иҫтәлегенә бюст асылды.

Эльдар Фәттәхов фотолары.Эльдар Фәттәхов фотолары.
Фото:Эльдар Фәттәхов фотолары.

24 йәш... Берәүҙәр ошо йәштә оло тормошҡа саҡ аяҡ баҫа, икенселәр, донъяуи эштәр атҡарып, исемен мәңгелеккә тарих кенәгәһенә яҙып өлгөрә. Халҡыбыҙҙың үлемһеҙ шәхесе, бөйөк шағир, күренекле йәмәғәт эшмәкәре һәм сәйәсмән Шәйехзада Бабич иһә быуатҡа бер тыуыр шәхестәрҙең береһе була. Ул, ысынлап та, башҡорт әҙәбиәте, сәйәсәте тарихында юғалмаҫ эҙ ҡалдырған. Үҙенең тормош юлына эпиграф итеп алған шиғырының бер строфаһын уҡыһаң да, шағирҙың был донъяла ниндәй маҡсат менән йәшәгәнен аңлап булалыр: “Башҡортостан иҫән ҡала тиһәң, бер йәнемә миллион үлем бир...” Ул донъяла ни бары 24 йыл йәшәп өлгөрә, әммә ошо ғына ла ваҡыт арауығында юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Феномен!

 

Берҙән-бер һәм һуңғы артылыш

 

Тарихтан билдәле булыуынса, Октябрь революцияһынан һуң большевиктар Рәсәй халыҡтары хоҡуҡтары декларацияһын иғлан итә һәм 1917 йылдың 8 декабрендә Ырымбурҙа Ҡоролтай үтә. Ошо ҡоролтайҙың емеше булып тарихи шәхестәр етәкселегендә Башҡорт Хөкүмәте барлыҡҡа килә. 1917–1919 йылдарҙа Шәйехзада Бабич та хөкүмәт ағзаһы була. Ул бер үк ваҡытта башҡорт йәштәренең “Тулҡын” иттифағын да етәкләй. Улай ғына ла түгел, мәшһүр шағир был вазифаларҙан тыш та бихисап эш атҡара: мәҡәләләре, шиғырҙары менән башҡорт матбуғатын үҫтерә, уның яңы ҡоролошона нигеҙ һала. Ошо йылдарҙа уның әүҙем ижади һәм сәйәси мәле була. Үкенескә ҡаршы, был уның берҙән-бер һәм һуңғы артылыш дәүере лә иҫәпләнә...

...1919 йылдың 24 марты. Башҡорт Хөкүмәте матбуғаты хеҙмәткәрҙәре, Хөкүмәтте күсереү эшенә ярашлы, Хөкүмәт архивын, типографияны тейәп, Темәстән Стәрлетамаҡҡа юлға сыға. Әммә улар, үкенескә ҡаршы, Башҡорт­остан­дың шул саҡтағы баш ҡалаһына килеп етә алмай – 28 мартта Шәйехзада Бабич дуҫы, шағир Ғәбделхәй Иркәбаев менән хәҙерге Йылайыр районының Йылайыр ауылында һәләк булып ҡала... Шулай итеп, ул әҙәбиәтебеҙ, тарихыбыҙ күгендә яҡты йондоҙ булып атыла.

Әйтергә кәрәк, уның дәүләт кимәлендәге эшмәкәрлеге лә, ижады ла әле булһа тәрән өйрәнеүгә мохтаж, яңы асыштарға урын бар. Шул уҡ ваҡытта, бәхеткә күрә, Бабич ижады бөгөн әҙәбиәттә киң өйрәнелә, дәреслектәргә ингән, башҡорт әҙәбиәте классикаһын тәшкил итә, образы әҙәбиәттә, сәнғәттә, тарихта, халыҡ хәтерендә йәшәй. Мәҫәлән, бөгөн республикала уның хөрмәтенә биш бюст ҡуйылған. Шуларҙың береһе күптән түгел Стәрлетамаҡта асылды.

Осраҡлы түгел, сөнки ҡала нәҡ шул йылдарҙа баш ҡала статусында була. Бында тормош ҡайнай, ваҡиғалар уртаһы ла ошонда нығына, шуға күрә Бабичтың ҡалала булып китеүе, улай ғына ла түгел, ул өлөш индергән Хөкүмәттең бында нығыныуы үҙе үк нигеҙ булып тора.

Шағирҙың исемен мәңгеләш­тереү тарихы быйыл яҙ уҡ башланғайны. Бюст үҙе бынан бер нисә йыл элек эшләнгән. Уның авторы – шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов, Мифтахетдин Аҡмулла, Зәйнәб Биишева, Таһир Күсимов һәм башҡа шәхестәребеҙгә һәйкәл­дәр ҡойған скульптор Владимир Дворник. Үкенескә ҡаршы, ул бөгөн арабыҙҙа юҡ инде, әммә хәҙер шағир образын оҫта итеп сағыл­дырған эше ҡалабыҙҙы биҙәп тора. Был бюсты ҡалабыҙға Стәрле­тамаҡ башҡорттары ҡоролтайы бүләк итте. Бюсты һатып алыуҙа, ҡайтарыуҙа бигерәк тә урындағы ҡоролтай рәйесе Ләйсән Йосо­пованың хеҙмәтен дә билдәләп үтеү урынлы, сөнки нәҡ уның идеяһы менән әлеге изге эш башланып китте һәм тиҙ арала еренә еткереп тә ҡуйылды.

Бюст Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында урынлаштырылды. Бюст булғас, нигеҙе лә, яҙыуы ла зарур. Был ғәмәлде уҡыу йорто етәкселеге үҙ иңенә алды. Ошо йәһәттән белем усағы директоры Игорь Сыров, шулай уҡ педагогика һәм психология факультеты деканы Лилиә Абдуллинаға ла рәхмәт.

 

Һәр замандың үҙ талабы...

 

Әйтергә кәрәк, бюст асылған көн факультет, уҡыу йорто өсөн генә түгел, ҡалабыҙҙың барлыҡ башҡорт, мәғариф, әҙәби йәмғиә­тендә лә ҙур байрам булды.

– Бөгөн ҡалала мөһим сара – билдәле шағир, йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән Шәйехзада Бабич иҫтә­легенә бюст асыла, – тип билдә­ләне үҙенең сығышында ҡала хакимиәтенең йәштәр бүлеге етәксеһе Альбина Бикмәтова. – Шуныһына бигерәк тә һоҡланыу белдерәм: 24 кенә йәшендә ниндәй ҙур эштәр атҡарып өлгөргән.

Стәрлетамаҡтарҙың оло шат­лығын уртаҡлашырға тип, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов та килгәйне. Юлдаш Мөхәмәт улы, сараның әһәмиәтен билдәләп, шәхестең биография­һына ғына туҡталып ҡалманы, ул саҡтағы һәм бөгөнгө заманды сағыштырып, көнүҙәк фекер еткерҙе:

– Һәр дәүер үҙ һорауын ҡуя. Ул саҡта ла тормош үҙ талабын ҡуйған һәм быға тиклем дәүләт төҙөүҙә тәжрибәһе булмаған, әммә илем, ерем, халҡым тип янған тарихи шәхестәребеҙ уны үтәп сыҡҡан, республика төҙөгән! Әле лә заман үҙ һорауын ҡуя, хәҙер иһә беҙгә берҙәм булып, ситтән килгән яуызлыҡтарҙы еңергә кәрәк! – тине Юлдаш Йосопов.

“Арыҫландар үҙ ерен

Залимдарҙан тапатмаҫ,

Таптаймын тип атлаһа,

Башҡорт ҡаны атлатмаҫ”,

– тип әйтеп ҡалдырған шағир.

Ысынлап та, һәр заманда ла ауырлыҡтар булған һәм уларҙы Бабичтай шәхестәр еңеп сыҡҡан. Ә бит шағир ул саҡтағы башҡорт хөкүмәте булдырылғас ҡына, бар яҡлап та әүҙемләшмәй, быға уны уйҙары, идеялары килтерә. Әле шәкерт булараҡ та ул, шиғырҙарын барлағанда, йәмғиәттәге ғәҙелһеҙ­лектәргә ҡарата үҙ фекерен белдереп килә:

“Эс яна, тормош

тигеҙһеҙлектәрен уйлап яна,

Моңло меҫкен бәндәләрҙең

моңдарын һөйләп яна”.

– Ни бары 4-5 йылды ғына үҙ эсенә алған ижад тотош тормош багажына торорлоҡ ниндәй бай мираҫ ҡалдырған! Уның тәүге шиғырҙарын уҡып, мәшһүр шағир, халҡының ысын улы булғанына инанаһың, – тип билдәләне был йәһәттән үҙенең сығышында Игорь Сыров, филолог булараҡ та. Игорь Анатольевич белем усағы студенттарына Бабичтай рухлы, ҡыйыу һәм эҙләнеүсән булыуын теләне.

...Һуңғы биш йылды күҙ уңында тотҡанда, Стәрлетамаҡта шәхес­тәре­беҙҙең исемен мәңгеләште­реүҙә бихисап эш башҡарылған.

– Ошондай һәйкәлдәр буйынса бер нисә исемде билдәләргә була: Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа бюст, Муса Мортазинға, Абдулҡадир Инанға иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Был традиция Шәйехзада Бабич хөрмәтенә бюст асыу менән генә туҡтап ҡалмаясаҡ, 1812 йылғы Ватан һуғышы, Рауил Ниғмәтуллин, Вил Ғүмәров, Кәбир Аҡбашев һымаҡ шәхестәребеҙ тарихын йәш быуынға әлегеләй һәйкәлдәр аша һөйләргә тейешбеҙ, – тине Ләйсән Йосопова.

Уның һүҙҙәренә ҡушылып, тарихтан һабаҡ, шәхестәребеҙҙән өлгө алып, имен донъяларҙа йәшәргә яҙһын, тип өҫтәргә генә ҡала. Һәм шағирҙың шиғыр юлдары иҫкә килә ошо урында:

Һыҙғырт, ҡурай, үткән

ҡайғыларҙы,

Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй

ҡылдарын;

Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар

тойғоларҙы,

Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт

моңдарын.

- Рәмил МАНСУРОВ
     Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Читайте нас