Ғорурланабыҙ
12 Ноября 2022, 18:00

"Афарин, егеттәр!"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахманов - махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ янында.

"Афарин, егеттәр!""Афарин, егеттәр!"
"Афарин, егеттәр!"

Беҙҙең яҡташтар Луганск Халыҡ Республикаһында хәрби бурыстарын уңышлы үтәй, тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахманов.

"Яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам, ҡышҡы йылы махсус кейем, аяҡ кейеме, бирсәткә, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килдек. Красный Луч ҡалаһында эшләгән беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре лә бында - ике табип һәм ике шәфҡәт туташы. Улар яугирҙәребеҙгә медицина ярҙамы күрһәтте.

Беҙҙең егеттәр афарин! Үҙҙәре һөйләүенсә, кисә ҡаһармандарса алышҡандар, улар аҙаҡҡа тиклем барырға әҙер. "Башкиравтодор" егеттәренә һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт. Улар ярҙамында беҙ бында килә алдыҡ", - тине Азамат Абдрахманов.

Фото: А. Абдрахмановтың сәхифәһендәге видеояҙманан скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас