

Наталья Владимировна Навозова 1994 йылдан алып Республиканың тиҙ ярҙам станцияһында шәфҡәт туташы-анестезист булып эшләй. Башҡалар өсөн ғәҙәттән тыш булған ваҡиға уның өсөн - көндәлек эш.
Хеҙмәт йылдарында әллә күпме кешенең ғүмерен ҡотҡарырға тура килә уға. Ниндәй генә ҡатмарлы хәл-ваҡиға булмаһын, тәжрибәле белгес бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Ауырлыҡтарға һис зарланмайынса, үҙенең эшен дауам итә.
Наталья Владимировна коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә ҙур өлөш индергәне, һөнәри бурысын башҡарғандағы фиҙакәрлеге, күп йыллыҡ намыҫлы эше өсөн Пирогов ордены менән наградланған.
Башҡортостан бындай кешеләре менән хаҡлы ғорурлана.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы видеояҙмаһынан скриншот.