

Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы халыҡ телендә Ҡыпсаҡ тип йөрөтөлә. Ял көндәрендә ҡыпсаҡтар ҡаһарман ауылдаштары хөрмәтенә волейбол ярыштары үткәргән.
"-Ҡыпсаҡ мәктәбенә мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Украинала хәрби махсус операцияла һәләк булып ҡалған ауылдашыбыҙ Ғәлин Илшат Әсҡәт улының иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында волейбол буйынса район турниры гөрләне. Бөтәһе 5 команда саҡырылған ине. Спорт байрамын тантаналы асҡандан һуң, сәмле ярыштар башланып та китте.
Көнө буйы барған көсөргәнешле уйындарҙа спортсылар бер-береһен ҡеүәтләп, дәртләндерҙе, еңеү өсөн бар көсөн һалды. Ашнаҡсылар әҙерләгән тәмле аштар, ихлас һәм теүәл ойоштороусылар, дәртле музыка - барыһы ла турнирҙың юғары кимәлдә үтеүен тәьмин итте.
Иң мөһиме, был ярыштарҙа береһе лә буш ҡайтманы: махсус эскиз буйынса эшләнгән кубок-миҙалдар үҙ эйәләрен тапты. Лайыҡлы беренсе урынды яулаған "Фурҡан" командаһы алтын миҙалдар һәм күсмә кубок менән бүләкләнде. Икенсе урынды "Шүлгән" командаһы эләктерҙе. Бронза миҙалдарҙы "Факел" волейболсылары таҡты. Иң оҫта күтәреүсе булып Әғләм ағай Шәрипов, иң яҡшы һөжүм итеүсе булып Байрас Ҡасҡынбаев танылды, ә иң күп балл йыйған Евгений Быков махсус кубокка лайыҡ булды.
Бөтәһе лә турнирҙың юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Был ярыштарҙы традицион рәүештә йыл һайын үткәрергә тигән уй менән уйынсылар күтәренке кәйефтә таралышты, - тип хәбәр итәләр - "Живи спортом, Кипчак" төркөмөндә.
Ҡаһарман яҡташтарының рухын ҡыуандырған ҡыпсаҡтарға – афарин!"
Фото һәм текст сығанағы: "Таң" гәзитенән.