

Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһының социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Азат Бадранов тураһында яҙҙылар.
"Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры, #Bashstudents ойошмаһының элекке етәксеһе Азат Бадранов махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Был хаҡта күп яҙылды инде, әммә беҙҙең дә әйтер һүҙебеҙ бар.
Ассоциациябыҙҙың аяҡҡа баҫыуы Азат Шамил улының эшмәкәрлеге менән ныҡлы бәйле. Күпселек проекттарға илһамландырыусы ул булды, республикабыҙҙан меңдәрсә кешене берләштерә алды. Азат Шамил улы эшләгән осорҙа Мәскәү башҡорттары тарихында яҡташтар хәрәкәте иң ныҡ үҫешкән саҡ булғандыр моғайын.
Күптәребеҙ өсөн Азат ағай кәңәш, ярҙам һорап мөрәжәғәт итер остазыбыҙға әүерелде. Беҙҙең күңелдәр донъяны яҡшыртырлыҡ, ниндәйҙер әһәмиәтле, изге эш башҡарыр көс менән тулы ине. Йәшлек менән ҡайһы бер нәмәләрҙе аңламаһаҡ та, лидерыбыҙға һәр саҡ ышандыҡ. Ҙур көс туплап, тормошта үҙ юлыбыҙҙы табырға, һөнәребеҙҙең оҫтаһы булып үҫешергә ярҙам итте Азат Шамил улы.
Уның ассоциация етәксеһе сифатындағы эш һөҙөмтәһен бөгөн асыҡтан-асыҡ күрергә мөмкин. Йөҙләгән егет һәм ҡыҙ Рәсәй иҡтисадының алдынғы тармаҡтарында үҙҙәрен күрһәтә, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә. Күптәр етәксе вазифаларын биләй, белгестәр булараҡ уларға өмөт ҙур.
Бөгөн Азат ағайҙың илебеҙҙең киләсәге хәл ителгән ергә барыу ҡарарына аптырарға түгел. Ул башҡаса эшләй алмай, һәм беҙ уның ихласлығында шикләнмәйбеҙ. Имен-һау ҡайтыуын теләйбеҙ. Һәм еңеү менән!" - тип яҙҙы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы ағзалары.
Текст һәм фото: https://vk.com/wall-22916619_14151