

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, Ауырғазы һәм Белорет райондары балы махсус хәрби операция барған ергә – башҡорт батальонына барып еткән.
– 23 йәшлек кесе сержант Ерйән Кинйәбулатов махсус хәрби операциялағы алыштарҙың береһендә яраланғандан һуң реабилитация үтә. Был хәл беҙҙең ғәскәрҙәр Красный Лиманды баҫып алғандан һуң бер аҙна самаһы үткәс булған. Разведка төркөмө составында Ерйән тәүгеләрҙән булып ҡалаға инә. Уны азат итеүҙәге ҡаһарманлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә, – тип уртаҡлаша Башҡортостан Башлығы.
Тылда килгән ярҙам өсөн яугирҙәр рәхмәт белдерә.
– Тылдан килгән ярҙам беҙгә ныҡ ярҙам итте — хатта әхлаҡи яҡтан файҙаһы күберәктер ҙә. Башҡортостандан гуманитар ярҙам өсөн ҙур рәхмәт. Белорет һәм Ауырғазы райондарынан бал һауыттары үҙе генә ни тора! Тәмле лә, дарыу ҙа, ниндәйҙер балалар шатлығы ла булды. Хис-тойғоларҙан ҡайҙа икәнеңде лә онотаһың. Тиҙерәк еңергә һәм өйгә ҡайтырға ине, – ти Ерйән Кинйәбулатов.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Радий Хабиров Башкортостан РБ Новости (vk.com)