Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
18 Ноябрь , 18:30

"Егеттәргә иң яҡшы инструкторҙар ярҙам итә"

Радий Хәбиров - Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө батальон яугирҙәренең хәрби әҙерлекте нисек үтеүе хаҡында.

"Егеттәргә иң яҡшы инструкторҙар ярҙам итә"
"Егеттәргә иң яҡшы инструкторҙар ярҙам итә"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән:

“Беҙҙең Рәсәй Геройҙары Александр Доставалов һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондар инде бер нисә ай алғы һыҙыҡта батырҙарса Тыуған илебеҙҙе һаҡлай.

Был – өсөнсө батальон һәм ул әле махсус хәрби операцияға йүнәлер алдынан үҙенең хәрби оҫталығын иҫкә төшөрә, физик торошон нығыта. Егеттәргә иң яҡшы инструкторҙар ярҙамға килде, улар яугирҙәр менән тәжрибә уртаҡлаша.

Республика барлыҡ батальондарҙы тәьмин итеү һәм доброволецтәрҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала.

Әлеге ваҡытта егеттәрҙең бурысы – хәрби күнекмәләрҙе уңышлы үтәү өсөн етди әҙерлек”.

Фотолар Р. Хәбировтың сәхифәһенән.

"Егеттәргә иң яҡшы инструкторҙар ярҙам итә"
"Егеттәргә иң яҡшы инструкторҙар ярҙам итә"
"Егеттәргә иң яҡшы инструкторҙар ярҙам итә"
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас в