

Президент Владимир Путин указына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ойоштороу комитетын булдырҙы, күренекле ғалимдың юбилейына арналған иҫтәлекле саралар планын ҡабул итте. Унда 35 төрлө сара, шул иҫәптән конференциялар, күргәҙмәләр, форумдар, мәҙәни программалар ҡаралған.
Александр Зиновьевтың 1997 йылда баҫылып сыҡҡан «Глобальный человейник» социологик романы философтың Көнбайыштағы һәм Советтар иле тарҡалғандан һуңғы йәмғиәтте тикшереү һөҙөмтәләрен, шулай уҡ кешелектең социаль эволюцияһының хәҙерге йүнәлешен сағылдыра. Автор сикһеҙ глобалләшеү һәм Көнбайышҡа хас ҡиммәттәр таралыуы һөҙөмтәһендә кешелектең “бер фирҡә”ле (ниндәйҙер бер яҡҡа ғына хас төшөнсәләр менән йәшәгән, тип аңларға кәрәк – авт.) йәмғиәткә әүерелгән дәүерҙә йәшәгәнен күрһәтә.
А. Зиновьев яһалма интеллект – компьютер технологияларының бер тотҡарлыҡһыҙ таралыуы һәм ҡулланылыуы арҡаһында барлыҡҡа килер тәрән үҙгәрештәрҙе лә алдан фаразлай. Һуңғы сирек быуатта донъяла күп нәмә үҙгәрҙе, әммә философик романда сатира рәүешендә генә бирелеп киткән йүнәлештәрҙең артабан ысынбарлыҡта ҡайһы саҡта хатта көтөлмәгән үҫеш һәм кәүҙәләнеш алғанын күрергә мөмкин.
Философтың 100 йыллығына арналған төп сараларҙың береһе – Кострома дәүләт университетында үткәрелгән халыҡ-ара «Зиновьев уҡыуҙары» фәнни форумы. Ул А.Зиновьевтың интеллектуаль мираҫын өйрәнеү мөһимлегенә арнала – философтың хеҙмәттәрендә төп урын һәр ваҡыт Рәсәйҙең үҫеше, уның донъя тарихындағы һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙәге роле тураһында фекерләү биләй. Был иһә бөгөн айырыуса көнүҙәк һорау булып тора.
Фото: minobrnauki.gov.ru