Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
18 Ноябрь , 20:30

"Һәр береһенә рәхмәт!"

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

"Һәр береһенә рәхмәт!"
"Һәр береһенә рәхмәт!"

“Был – ғорурлыҡ посы. Бөгөн колонналы залда йыйылғандар өсөн. Бында медицина хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, спортсылар, журналистар, төҙөүселәр, эшҡыуарҙар, ауыл хужалығы, сәнәғәт, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостандың һәләтле, намыҫлы һөнәр оҫталары.

Йәмғиәттең алмашыныуын күрәбеҙ. Бер полярлы донъя ватыла. Ил хәүефлегенә янауҙар арта. Был ябай булмаған хәлдә бурысыбыҙ – Ватанды һаҡлау, уны бөйөк, еңелмәҫ итеү.

Был көндәрҙә хәрбиҙәребеҙ яу яланында ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ күрһәтә. Ә беҙ һеҙҙең менән – ышаныслы тыл, улар өсөн таяныс.

Һәм беҙ һәр береһенә: “Рәхмәт!” – тип әйтәбеҙ. Намыҫлы хеҙмәт, илһөйәрлек өсөн. Берҙәмлегебеҙ өсөн”, - тип яҙҙы Максим Забелин.

Фото: Максим Забелиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

"Һәр береһенә рәхмәт!"
"Һәр береһенә рәхмәт!"
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в