Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
20 Ноябрь , 10:00

Батырҙың исеме мәңгеләштерелде

"Ғәлинурҙың ғүмер юлы күп йылдар йәшәгән оло йәштәгеләргә лә өлгө булырлыҡ. Үҙ бурысын намыҫ менән үтәне".

Батырҙың исеме мәңгеләштерелде
Батырҙың исеме мәңгеләштерелде

Кисә Бөрйән районының Яңы Мөсәт мәктәбендә Украинала барған махсус операция ваҡытында батырҙарса һәләк булған, "Ҡаһарманлыҡ" орденына лайыҡ өлкән лейтенант, взвод командиры Ғәлинур Нурғәле улы Сөләймәнов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Уны асыу хоҡуғы Ғәлинурҙың атаһы Нурғәле Исхаҡ улына һәм район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манаповҡа бирелде.

- Бөгөн районда мөһим ваҡиға - ҡаһарман яҡташыбыҙ Ғәлинур Сөләймәнов иҫтәлегенә хәтер ташы асыла. Ғәлинурҙың ғүмер юлы күп йылдар йәшәгән оло йәштәгеләргә лә өлгө булырлыҡ. Үҙ бурысын намыҫ менән үтәне ул. Атаһы Нурғәле ағай һәм әсәһе Әлфирә апай алдында оло ихтирам менән баш эйәбеҙ, - тине үҙ сығышында Бөрйән районы башлығы. - Таҡтаташтың асылыуы Ғәлинурҙың рухы, уның тураһында иҫтәлек районда, мәктәп балалары хәтерендә мәңгелеккә һаҡланыуына оло ышаныс. Уның тураһында тарихты, уның ҡаһарманлығын ошо мәктәптә тормош һабаҡтары дәрестәрендә өйрәнерҙәр, үрнәк итеп ҡуйырҙар. Ғәлинур һәр ваҡыт беҙҙең хәтерҙә булыр.

Артабан сара Яңы Мөсәт мәктәбендә өлкән лейтенант Ғәлинур Сөләймәновтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында уҡ атыу буйынса район турниры ойошторолдо. Ярышта Яңы Мөсәт, Иҫке Собханғол, Әбделмәмбәт, Иҫке Монасип ауылдарынан һәм Баймаҡ районынан килгән уҡсылар үҙ-ара көс һынашты.

Фото һәм текст сығанағы: "Таң" гәзитенән.

Батырҙың исеме мәңгеләштерелде
Батырҙың исеме мәңгеләштерелде
Батырҙың исеме мәңгеләштерелде
Батырҙың исеме мәңгеләштерелде
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в