Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
20 Ноябрь , 21:00

Матур, һомғол һәм сая ҡарашлы!

“Ҡарағыҙ әле ошо ҡыҙға! Матур ҙа, һомғол да, ә ҡарашы сая, ышаныслы! Айгөл Миңлеғәлим ҡыҙы Рәжәпова - “Башавтотранс”тың Салауат филиалы водителе".

Матур, һомғол һәм сая ҡарашлы!
Матур, һомғол һәм сая ҡарашлы!

Транспорт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә яҙма ҡалдырған.

"Салауат ҡалаһы урамдарының оҙонлоғо 200 километр. Эш еңелдән түгел, йөкләмә ҙур. Әммә ун йыл эсендә Айгөл Рәжәпова был эшкә күнеккән һәм юлда йөрөү, пассажирҙар менән аралашыу буйынса үҙ стилен барлыҡҡа килтергән. Водитель ҡатын-ҡыҙҙы ҡала халҡы танып тора, иҫәнләшәләр.

Айгөл Миңлеғәлим ҡыҙын һәм уны йөҙөндә барлыҡ транспорт тармағы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайым!

Фиҙәкәр хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һаулыҡ, уңыштар һәм барыһы ла яҡшы булһын тип теләйем”, - тигән Радий Хәбиров.

Матур, һомғол һәм сая ҡарашлы!
Матур, һомғол һәм сая ҡарашлы!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас в