Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
21 Ноябрь , 16:00

Ошондай улдары менән көслө илебеҙ

Юрий Алферов республикала йәштәрҙе илһөйәрлекте тәрбиәләүҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индерә

Ошондай улдары менән көслө илебеҙ
Ошондай улдары менән көслө илебеҙ

Юрий Альферов Өфө ҡалаһының Киров һәм Ленин райондарының хәрби комиссары 1985 йылдың ноябренән 1987 йылдың декабренә тиклем Афғанстанда совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты составында хәрби бурысын үтәй. Афған душмандарын юҡ итеү буйынса хәрби операцияларҙа ҡатнаша. Уның етәкселек иткән часта юғалтыуҙар әҙ була.

Шулай уҡ ул Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөү эшендә лә ҡатнаша. Ундағы заданиеларҙы уңышлы үтәгәне өсөн “Һәләк булғандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Юрий Алферов республикала йәштәрҙе илһөйәрлекте тәрбиәләүҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

– Хәрби кеше башҡаларҙан иң беренсе намыҫ, выждан, дәрәжәле тотоу һәм тыуған илгә һөйөү тойғолары менән айырылып тора. Был мөһим тойғо! – ти Юрий Николаевич.

Юрий Альферов Ватанды һаҡлауға индергән хеҙмәте өсөн Шайморатов ордены менән наградланған.

Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в