Бөгөн Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов социаль селтәрҙә яҡташтарының мәрхәмәтлектәре тураһында яҙҙы.
“Изгелек арабыҙҙа йәшәй. Яңауыл районында кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләр әҙ түгел. Мәҫәлән, Яңауыл ҡалаһында йәшәгән Айрат Ғәлиханов үҙ аҡсаһына ике ирекле батальонға бер юлы дүрт берәмек техника - ике УАЗ, ике ЗИЛ һатып алды. Уларҙың һуңғылары автомунса итеп үҙгәртелгән.
Был машиналарҙы Айрат күрше төбәктәрҙән эҙләп тапҡан. Уның һүҙҙәренсә, һатыусылар, техниканы ниндәй маҡсатта һатып алыуын белгәс, ысын күңелдән ташлама яһаған. Машиналарҙы ул “Йәшлек” үҙәге тренеры Руслан Рәхмәтуллин менән килтерҙе. Артабан уларҙы хәрби хәрәкәттәр зонаһында аварияһыҙ файҙаланыу өсөн әҙерләү ихтыяжы тыуҙы. Беҙ Айрат менән бындай техниканы ремонтлауҙа махсуслашҡан берҙән-бер ойошма – “РН-Транспорт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһенә мөрәжәғәт иттек. Улар баш тартты. Хәҙер Айрат Рауил улы үҙе техник хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә.
Бөтә транспорттар яҡташыбыҙға ике миллион һумға төштө. Үҙенең ғәмәлен ул әллә ни ҙурға иҫәпләмәй. Хәйер, изге эште лә тәүге тапҡыр башҡармай яҡташыбыҙ: Байғужа ауылында Социалистик Хеҙмәт Геройы Сабит Йәғәфәров исемендәге парк та уның шәхси аҡсаһына төҙөлгән.
“Еңеүгә өлөш” - ярҙамын шулай тип атай Айрат Рауил улы. “Бөгөн барған хәл һәммә кешегә ҡағыла. Һәм 40-сы йылдар лозунгылары һис ҡасан булмағанса көнүҙәк: “халыҡ һәм армия берҙәм, барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн”. Һуғыш йылдарында яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ тап ошо девиз аҫтында йәшәгән һәм эшләгән”.
Бына шундай ул. Фиҙакәр, зыялы, эскерһеҙ, изге эштәрҙе пафосһыҙ башҡара”, – тип яҙҙы Илшат Вәзиғәтов.
Фото И. Вәзиғәтовтың сәхифәһенән.