Социаль селтәрҙәрҙәге "Башҡорт батальоны" төркөмдәрендә "Йоҡабаш Фәнис" исемле һүрәт-комикстар баҫылып сыҡты. Шаян сығарылыш махсус операцияла Украина ҡораллы көстәренең БТР хәрби машинаһын урлап алып ҡайтҡан Тәтешле районы егете Фәнис Хөсәйеновҡа арналған.
Һүрәттә, йәнәһе, беҙҙең ғәскәр командующийы генерал Суровикин Фәнискә "тел" алып ҡайтырға" ҡуша. Ул иптәше менән дошманды ҡулға ала һәм, "Матур машина, ауылға ярай ул" тип хәрби техниканы ла үҙебеҙҙең яҡҡа алып ҡайта.
Иҫләһәгеҙ, Фәнис махсус операцияла ҡыйыулыҡ күрһәтте. БТР-ҙы ҡыуып алып китеүҙән тыш, унда НАТО һуғышсыһын әсир төшөрҙө. Ә тиҙҙән ул хәрби машинала яралыларҙы госпиталгә алып барып еткереп, яҡташын һәм генерал-майорҙы ҡотҡарҙы.
Фото: vk.com/bashbat?w=wall-215671551_309