Бының өсөн 150 грамм бешкән ҡабаҡ, 100 миллилитр тәбиғи йогурт, 450 грамм он, 200 грамм йылы һыу, 50 грамм зәйтүн майы, бер балғалаҡ шәкәр, ҡалаҡ ярым тоҙ, сүпрә кәрәк.
Әҙерләү: бешкән ҡабаҡты иҙәбеҙ. Уға һыу, йогурт ҡушып бутайбыҙ. Он, шәкәр, тоҙ һалып ҡамыр баҫабыҙ. Зәйтүн майы ҡушып күтәрелгәнсе ҡалдырабыҙ. Әҙер ҡамырҙан икмәк яһап, майлы табаға һалабыҙ ҙа 20 минут тотабыҙ. Шунан духовканы 200 градусҡа йылытып, 45 минут тирәһе бешерәбеҙ. Көймәһен өсөн духовканың төбөнә һыу ҡуйырға. Ҡамыр күтәрелгәс, тишкеләргә мөмкин. Һыуығансы рәшәткәһендә ҡалдырабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: maxvps.ru