Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
22 Ноябрь , 14:00

"Сирле балаларға арнайым..."

ти Антарктидала марафонда ҡатнашырға йыйынған Радмир Бикмәтов. Ул яҡташтарыбыҙға 2020 йылда Ағиҙел йылғаһы буйлап 250 километр йөҙөүе, 2021 йылда Намибия сүллегендә шулай уҡ 250 километр араны йүгереп үтеүе менән билдәле.  

"Сирле балаларға арнайым..."
"Сирле балаларға арнайым..."

Өфө егете Радмир Бикмәтов "4 сүллек" ҙур марафонында ҡатнашыуы тураһында белдергән. Рәсәйҙән уға һәм башҡа төрлө илдәрҙән йыйылған йүгеректәргә - бөтәһе 42 кеше - Антарктида буйлап 250 километр араны үтеү бурысы тора. Күберәк "Һуңғы сүллек" исеме аҫтында билдәле был ҡатмарлы уҙыш сыҙамлылыҡҡа иң ҙур һынау буласаҡ, тип билдәләнгән.

Яҡташыбыҙ был йүгереүен "Ҡаршылыҡтарҙы еңеп" үҙәге ҡарамағындағы мөмкинлектәре сикле балаларға арнарға ниәтләүен белдергән. Бынан тыш, спортсы инвалид балаларға ярҙам итеү маҡсатында миллион һум йыйырға һәм уларҙың проблемаларына күберәк иғтибар йәлеп иттерергә теләүе хаҡында ла хәбәр иткән.

Радмирҙың фекерен хуплап, ҡеүәтләп, ярҙам итеүгә ҡушылырға теләүселәр табылһа, "Ҡаршылыҡтарҙы еңеп" үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала.

Өфө егете был ярышҡа бер нисә йыл әҙерләнгән. Марафон 24 ноябрь башланып, 4 декабргә тиклем дауам итәсәк. Изге маҡсат һалынған уҙышында уңыштар теләйбеҙ яҡташыбыҙға!

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в