Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
22 Ноябрь 2022, 21:00

Стәрлетамаҡ егетенә Жуков миҙалы тапшырылды

Водитель-радиотелефонист, контракт хеҙмәте ефрейторын ҡотлайбыҙ!

Стәрлетамаҡ егетенә Жуков миҙалы тапшырылды
Стәрлетамаҡ егетенә Жуков миҙалы тапшырылды

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының сираттағы оператив кәңәшмәһендә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, фиҙакәрлек өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй Оброна министрлығының 63494-се хәрби часы инженер-мотоуҡсы взводы водитель-радиотелефонисы, контракт хеҙмәте ефрейторы Максим Валерьевич К. Жуков миҙалы менән бүләкләнде.

"Дәүләт наградаһын тапшырырға рөхсәт итегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!" – тине яугирҙе наградлап Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров.

Жуков миҙалы менән наградлау тураһында Указға Рәсәй Президенты 12 августа ҡул ҡуйған. Яугирҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да именлек, уңыштар, ә әле хәрби бурыстарын үтәгән егеттәргә тиҙерәк имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ!

Эльдар Фәттәхов фотоһы.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: