Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
23 Ноябрь 2022, 17:30

Башҡортостан табиптары бер айҙа 250 әмәлиәт яһаны

"Беҙҙең бурыс – квалификациялы һәм юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү",- ти табип Илнур Мусин.

Башҡортостан  табиптары бер айҙа 250 әмәлиәт яһаны
Башҡортостан табиптары бер айҙа 250 әмәлиәт яһаны

Запорожье өлкәһендә Башҡортостан табиптары  ҙур көсөргәнеш менән эшләй. “Октябрьский нефтяник” гәзитенең баш мөхәррире Анна Москалец унда эш сәфәре менән булды, республиканың күсмә бригадаһы табиптары менән аралашты.Мелитополдең өлкә дауаханаһында 14 яҡташыбыҙ эшләй.

Улар мина шартлау, ярсыҡ эләгеү һәм атыш һөҙөмтәһендә яраланғандарға экстрен операциялар яһай. Нейрохирургтар, анестезиолог- реаниматологтар, гинекологтар, урологтар, дөйөм профилдәге табиптар , шәфҡәт туташтары көнө-төнө эш өҫтөндә.

Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы доценты Илнур Мусин әйтеүенсә, янбаш хирургияһы буйынса 18 әмәлиәт башҡарылған.

–Беҙҙең бурыс – квалификациялы һәм юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү, консультация үткәреү.Урындағы табиптар менән бергә экстрен рәүештә 250  операция яһаныҡ, 1200 тирәһе клиник осраҡтарҙы тамамланыҡ, 800-гә яҡын консультация үткәрҙек, – тине табип.– Халыҡҡа ла иғтибар кәрәк, бөтөнләй тикшереү үтмәгәндәр ҙә бар.Пациенттарҙы ҡабул итеү алгоритмын эшләнек, урындағы табиптарҙы өйрәтәбеҙ.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: