Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
23 Ноябрь 2022, 13:50

"Ни өсөн "Бәйләнештә"ге мессенджер тураһында алдан белмәнек? Ул бит текә!"

Башҡортостан уҡыусылары шулай ти.

"Ни өсөн "Бәйләнештә"ге мессенджер тураһында алдан белмәнек? Ул бит текә!"
"Ни өсөн "Бәйләнештә"ге мессенджер тураһында алдан белмәнек? Ул бит текә!"

Күпселек уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн мессенджерҙар - мәктәп мәсьәләләрен хәл итеү өсөн төп һәм иң уңайлы коммуникация каналы; мессенджерҙарҙа спамдың булмауы һәм хәүефһеҙлек юғары баһалана. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге белгестәре шундай һығымтаға килгән.

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, "Бәйләнештә" - Рәсәйҙә иң популяр мессенджер. Тикшеренеүҙә ҡатнашыусыларҙың 62 проценты уны һайлаған. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы  Telegram һәм WhatsApp биләй (58 һәм 55%). Дүртенсе һәм бишенсе баҫҡыстарҙы Viber (14%) һәм TikTok (5%) биләй.

Башҡортостанда "Бәйләнештә" йәки VK Мессенджер менән 2 018 000 кеше файҙалана, уларҙың 253 меңе - 18 йәшкә тиклемге ҡулланыусылар. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәте буйынса, һорау алынған уҡытыусыларҙың, мәктәп уҡыусыларының һәм ата-әсәләрҙең күбеһе мессенджерҙарҙың мәктәп мәсьәләләрен хәл итеү өсөн төп һәм иң уңайлы аралашыу каналы булыуын билдәләгән.

Мәләүез ҡалаһындағы 8-се мәктәптең география уҡытыусыһы Наталья Ҡунакбаева "Бәйләнештә" социаль селтәрендә ватан мессенджерын мәктәп уҡыусылары менән аралашыу һәм уҡыу бурыстарын үтәү өсөн әүҙем ҡуллана. Уҡытыусы һүҙҙәренсә, барыһы ла ТопБлог проектында ҡатнашыуҙан башланған (Наталья Ҡунаҡбаева проекттың финалсыһы булған).

- Беҙгә "Бәйләнештә"ге мессенджер менән ентекләберәк танышырға тура килде. Ғәжәп, ул беҙҙең командаға ғына түгел, фокус-төркөмдәргә лә оҡшаны. Балалар "Ни өсөн беҙ уның тураһында белмәнек, ул текә!" тип һоҡланды.

Уҡытыусылар һәм уҡыусылар "Бәйләнештә" мессенджерының уңайлы интерфейсын билдәләй. Бында телефон китабына теркәлгән дуҫтар менән аралашырға мөмкин. Ҡулланыусыларға меңдән ашыу кешелек төркөм чаттары, юғала барған хәбәрҙәр, аудио- һәм видеошылтыратыуҙар, аудиохәбәрҙәр яҙҙырыу һәм уларҙың тасуирламаларын уҡыу, музыка, стикерҙар, фото, видео һәм тарихтар ебәреү, шулай уҡ 2 Гб тиклем ауырлыҡтағы файлдар ебәреү, геопозиция менән бүлешеү мөмкинлеге бар. Унда хатта оялсан балалар өсөн битлектәр ҙә бар.

Һорау алыуҙа бөтәһе 852 уҡыусы, 855 ата-әсә һәм 747 педагог ҡатнашты. Уны 21-27 октябрҙә Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге белгестәре үткәргән.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: