Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
23 Ноябрь 2022, 17:00

“Табиплыҡ – һөнәр генә түгел...”

Стәрлетамаҡта  дүрт атҡаҙанған табипты үҫтергән  берҙән-бер үҙенсәлекле ғаилә ул Поповтар.

“Табиплыҡ – һөнәр генә түгел...”
“Табиплыҡ – һөнәр генә түгел...”

Поповтар һәм Семагиндар ғаиләһендә бөтәһе лә табиптар. Өҫтәүенә барыһы ла юғары кимәлдәге белгестәр. Юғары категориялы травматолог-ортопед Виктория Попова ла ғаилә династияһын дауам итте.Ул Стәрлетамаҡта  дүрт атҡаҙанған табипты үҫтергән  берҙән-бер үҙенсәлекле ғаилә. Виктория Олеговна өсөнсө быуындағы доктор.

Бала саҡтан уҡ һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, ул Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлау менән ”Каучук” предприятиеһы дауаханаһының термик йәрәхәттәр бүлексәһенә урынлаша.Аҙаҡ клиник ординатура, Вишневский исемендәге хирургия институтының Бөтә Союз тире бешеү үҙәгендә камилләшеү курстарын үтеү, көндәлек тынғыһыҙ эш...

Бөгөн ул – медицина фәндәре докторы, юғары квалификациялы табип, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, пластик хирург, ике монография, ике уйлап табыу һәм ике патент авторы.  Виктория Олеговна әсәһе кеүек үк Рәсәй пластик реконструктив  һәм эстетик хирургтар йәмғиәтенең, Башҡортостан травматолог - ортопедтар ассоциацияһының мөхбир ағзаһы. 2018 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се клиник дауаханаһының термик йәрәхәттәр бүлексәһе мөдире итеп тәғәйенләнә.

 Пандемия башланыу менән Виктория Попова  шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа вирус менән көрәшкә сыға,  ирекмәндәрҙең беренсе бригада составында эш башлай.  Уның фекеренсә, табиплыҡ профессия ғына түгел, ул күңел талабы, һөнәреңә ғүмерлеккә тоғро булыу.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: