Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
24 Ноябрь 2022, 17:45

“Ысын табип” премияһына кем лайыҡ?

Бер йыл эсендә ил хирургтары коронар артерияларҙы стентлау һәм шунтлау буйынса 300 меңгә яҡын әмәлиәт башҡарған...

“Ысын табип” премияһына кем лайыҡ?
“Ысын табип” премияһына кем лайыҡ?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фонды ярҙамында “АльфаСтрахование-ОМС” компанияһы ойошторған  йыл һайын үткәрелеүсе “Ысын табип” премияһы лауреаттары наградланды. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе Салауат Харрасов ҡатнашты.

–“Ысын табип” премияһы бөгөн стационар кардиологтарына һәм кардиохирургтарына йөрәктең киҫкен ишемияһына дусар пациенттар ғүмерен ҡотҡарған өсөн тапшырыла. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына индерелгән “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш”программаһы күрһәткестәре буйынса республика йыл һайын яҡшы күрһәткестәргә ирешә. Беҙҙең табип-кардиологтар эксперт комиссияһының юғары баһаһына лайыҡ булды, – тине Гөлнара Зиннурова.

“АльфаСтрахование-ОМС” компанияһының генераль директоры Андрей Рыжаков бөгөн премияның йөрәк ишемияһының киҫкен формаларына дусар ауырыуҙарҙың ғүмерен ҡотҡарған табиптарға арналыуын белдерҙе. “Бер йыл эсендә ил хирургтары коронар артерияларҙы стентлау һәм шунтлау буйынса 300 меңгә яҡын әмәлиәт башҡарған. Осраҡтарҙың 90 процентында пациентарҙы ғәҙәти тормошҡа ҡайтаралар. Былар ябай һандар ғына түгел, ә ҡотҡарылған ғүмерҙәр”, – тип ул бөтә медицина берләшмәһенә рәхмәт белдерҙе.

“Ысын табип”тар кемдәр һуң улар? Быйыл һигеҙ табип мәртәбәле премияға лайыҡ булған. Бына улар: Күмертау ҡалаһының төбәк ҡан тамырҙары үҙәге етәксеһе Гөлнара Рим ҡыҙы Ардыуанова, Өфөләге 18-се ҡала клиник дауаханаһының кардиология бүлексәһе мөдире Азат Әхәт улы Баһауетдинов, Нефтекама ҡала дауаханаһының кардиология бүлексәһе мөдире Рөстәм Шәмселбаян улы Вәлиев, табип-кардиолог Айгөл Урал ҡыҙы Ирғәлина, Республика кардиология үҙәге табип - кардиологы Валентина Владимировна Килмәмәтова, Өфө ҡалаһы ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының кисектергеһеҙ кардиология бүлексәһе табип-кардиологы Константин Сергеевич Петрушкин, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының кардиология бүлексәһе табип-кардиологы Лена Нур ҡыҙы Сибәғәтуллина, Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһының кардиология бүлексәһе табибы Ләйсән Наил ҡыҙы Сәхипгәрәева .

Лауреаттарҙы лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: