Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
29 Ноябрь 2022, 13:20

Бейә һөтөн нисек һаҡларға?

Ғалимдар файҙалы эсемлекте киптерергә тәҡдим итә

Бейә һөтөн нисек һаҡларға?
Бейә һөтөн нисек һаҡларға?

Өфөнөң бер нисә юғары уҡыу йорто ғалимдары бейә һөтөн эшкәртеү һәм һаҡлауҙың уникаль технологияһын булдырыу менән шөғөлләнә. Был технология кире йоғонто яһаған факторҙарҙы юҡҡа сығара, продуктты зарарһыҙландыра, шул уҡ ваҡытта уның файҙалы үҙенсәлектәрен һаҡлай. Иң мөһиме ҡымыҙҙы оҙағыраҡ һаҡларға мөмкин буласаҡ. Яңы технология аҙыҡ-түлек һәм косметика сәнәғәтендә киң ҡулланыла ала.

— Проектты тормошҡа ашырыу һәм уны баҙарға сығарыу өсөн финанслауҙы Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды бүлә: проект авторҙары «Старт» федераль конкурсы сиктәрендә 3 миллион һум аҡса алған. Грант аҡсаһына улар һынауҙарҙы тамамларға, аҙ тонналы етештереү өсөн тулы үлсәмле ҡоролма әҙерләргә һәм бейәләрҙе һауыу миҙгеле башланыу менән яңы технологияны ҡулланып ҡарарға, уға тиклем ҡоролманы етештерә башлау мөмкинлегенә эйә, — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шелдяев.

Өфө дәүләт нефть-техник университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдарынан торған эш төркөмө, шулай уҡ «Благзавод» ғилми-производство үҙәге әлеге проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә тырышып эшләй. Лаборатор тикшереүҙәр үткәрелә, продукттың эксперименталь партияларын әҙерләйҙәр, бейә һөтөн эшкәртеү ҡоролмаһының прототибын булдыралар.

— Бейә һөтө балалар туҡланыуында һыйыр һөтөнә алмаш булараҡ ҡулланыла, косметика етештереүҙә алыштырғыһыҙ сеймал. Әммә һорау менән файҙаланһа ла, кәрәкле күләмдә етештерелмәй, сөнки продуктты һаҡлауы ауыр һәм алыҫ юлға ташыу мөмкин түгел. Һөттөң башҡа төрҙәренән айырмалы рәүештә, уны пастеризациялау ҙа, стерилләү ҙә мөмкин түгел — йылытыу бейә һөтөн файҙаһыҙ продуктҡа әйләндерә, — тип аңлата проект етәксеһе Гүзәл Ардаширова.

Ғалимдар тәҡдим иткән технология бейә һөтөн эшкәртеүҙең өс этабын үҙ эсенә ала. Беренсе стадияла ультрофиолет нурҙар тәьҫирендә микроорганизмдар күпләп үлә, шулай уҡ D витамины миҡдары ла арта. Һуңғы стадияһы — ультратауыш менән эшкәртеү, ул һөттә бактериалар күләмен кәметә. Шул уҡ ваҡытта заводтың конструкцияһы иҡтисади әһәттән бик отошло килеп сыға: энергияны аҙ тәьмин итә.

Идея авторҙары бейә һөтөн эшкәртеү өсөн ике төр ҡорамалдар етештерергә ниәтләй: береһе — 5 бейәле бәләкәй хужалыҡтар өсөн, икенсеһе — 200-гә тиклем бейә тотолған хужалыҡтар өсөн тәғәйенләнгән буласаҡ. Бынан тыш, косметик продукция етештереүгә һәм һатыуға әҙерләнә.

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан Башҡортостандан 96 проектҡа Инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан 304 миллион һум күләмендә грант ярҙамы алған. Әлеге ваҡытта "Старт-1" конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә, уның еңеүселәре проектты эшләү өсөн 4 миллион һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Ғаризаларҙы һайлап алыу биш тематик йүнәлеш буйынса башҡарыла һәм 12 декабргә тиклем дауам итәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге һылтанма аша алырға була: https://fasie.ru. Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды бушлай консультациялар бирә.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: