-9 °С
Болотло
Танылған блогер, сәйәхәтсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Нәбиев Танзанияға киткән. Һынмаҫ рухлы егет Африканың Килиманджаро вулканына менергә тигән маҡсат ҡуйған. Килиманджаро - континенттың иң юғары нөктәһе (диңгеҙ кимәленән 5895 метр).
«Дуҫтар, Килиманджаро вулканына артылыу өсөн Африкаға китәм», - тип яҙған ул үҙенең телеграм-каналында.
Быға тиклем Рөстәм Нәбиевтың Казбек (5033м), Эльбрус (5642) һәм Манаслу (8163) тауҙарына күтәрелгәне хаҡында яҙып үткәйнек инде.
Был юлы ла маҡсатлы егеткә уңыштар юлдаш булһын!
Фото: социаль селтәренән.