Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
2 Декабрь 2022, 16:02

“Ирекмән” яҙмалары

Шайморатов батальоны яугирҙәренең хәле нисек? Ошо ваҡиғаларҙа ҡатнашыусы тәьҫораттарын һөйләне.

Коллегабыҙ, журналистарҙың береһе үҙ теләге менән Шайморатов батальоны составында хәрби операцияға юлланғайны. Хәрби бурысын үтәү менән бер рәттән, ул журналист бурысы тураһында ла онотмай, яугир-шайморатовсыларҙың хәл-ваҡиғаларын да яҙып ала. Ул киң йәмәғәтселеккә исемен әлегә әйтмәй тороуҙы, ә материалдарҙың авторы итеп “Ирекмән” тигән позывнойын ҡуйыуҙы үтенде. Гәзит уҡыусылар иғтибарына уның тәүге мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.

Подразделение урынлашҡан ергә килгәс, батальон штабы начальнигы тәүге танышҡан кеше­ләрем­дең береһе булды. Утыҙҙы үткән егет сығышы буйынса Мәлә­үездән икән. Рәсәй Ҡораллы Көстәр капитаны, позывнойы – “Нөгөш”. Хәрби кейеменә, махсус элемтә рацияһына һәм автоматына ҡарап фекер йөрөткәндә, күберәк “айтишник”ка оҡшаған. Изге ҡарашлы, һуғыш тураһындағы фильмдарҙа күрһәтелгән ҡырыҫ офицерға бөтөнләй хас түгел.

“Нөгөш” – батальондың хәрби әҙерлеген ойоштороу бурысын үтә­гән шайморатовсыларҙың комбаты – “Айыу”ҙың уң ҡулы. Ул фронт­ҡа яңы ғына килгән “ҡә­ләм­дәр”ҙе (“карандаштар”ҙы, йәғни хәрби хеҙмәткә яңы ғына алын­ғандарҙы) ҡаршы ала һәм роталар буйынса бүлә. Танышып, бөтә мәсьә­ләләрҙе хәл иткәс, батальон яугирҙәре тураһында яҙма алып барыу ниәтен белдерҙем һәм “Нө­гөш”кә әңгәмә ҡорорға тәҡдим иттем.

Эске тойомлауым алдамаған икән. Тыныс тормошта “Нөгөш” һөнәре буйынса ЭВМ операторы, йәғни программалаусы булып сыҡты, шул уҡ ваҡытта ПВО акаде­мияһын тамамлаған, тәүге хәрби белгеслеге буйынса – зенитсы. “Академияны тамамлап, бер аҙ ваҡыт үткәс, ғаилә хәлдәренә бәй­ле, армиянан китергә тура килде. Гражданкала “Салауат Юлаев” хоккей клубының именлек хеҙмәтендә эшләнем. 2018 йылда армияға кире ҡайтырға ниәтләнем, граждан тормошон үҙһенмәнем. Махсус хәрби операция башланғас ҡына, ошондай мөмкинлек тыуҙы, февралдәге ваҡиғаларҙан һуң республиканың Хәрби комиссары Михаил Блаже­вичҡа яҙылдым. Ул әйткәндәремде тыңлап ултырҙы ла: “Хеҙмәт итерһең, офицер”, – тине.

Асыҡланыуынса, “Нөгөш”төң үҙенең нигеҙле дәлиле бар икән, һәм ул махсус хәрби операция зо­наһындағы кешеләр араһында ярайһы уҡ киң таралған булып сыҡты. “Махсус операцияла ҡатна­шырға бурыс тойғоһо этәрҙе, ми­неңсә, ул – бөтә ир-егеттәргә лә хас сифат. Бала саҡтан шулай тәрбиә­ләндем, атайым да – хәрби, ғәмәл­дәге офицер. Йәштән үк миндә Тыу­ған илде һаҡлау, ғаиләңде һәм яҡындарыңды яҡлау тойғоһо тәрбиәләне. Һәм мин атайымдың юлынан киттем”, – ти ул.

Махсус операцияға китер алдынан ғаиләңә үҙеңдең ҡарарың тураһында әйтеү һәр хәрби өсөн иң ауыр мәлдер ул, минеңсә. “Ту­ғандарым һәм яҡындарым быны аң­лап ҡабул итте, минең менән ғо­рурланалар һәм, әлбиттә, борсо­лалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әмәл юҡ, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Ми­нең өсөн махсус хәрби операцияла иң мөһиме – дошманды еңеү һәм личный составты һаҡлап ҡалыу. Юғалтыуҙар мөмкин тиклем аҙыраҡ булһын ине”, – тине “Нөгөш”.

Беҙ хәҙерге хәрби хәрәкәттәр тураһында ла һөйләштек. Дөрөҫөн әйткәндә, “ҡәләм” (“карандаш”) булараҡ, был мине айырыуса ҡыҙыҡһындыра ине. Асылда иһә, хәҙер артиллерия алышы бара, “Нөгөш” әйтеүенсә, дошман пехотаһын улар күрмәй ҙә. Нигеҙҙә, артиллерия эш итә, ә бөтә разведканы тиерлек пилотһыҙ осоу аппараттары алып бара. Барыһын да артиллерия хәл итә, һуңғы тиҫтә йылдағы хәрби бәрелештәр бөтөнләй икенсе ине.

Алғы һыҙыҡ өсөн махсус әҙер­леккә эйә булыу зарурлығы берәүгә лә сер түгел. “Бәхеткә күрә, беҙҙең Шайморатов батальонын ике ай әҙерләнеләр, – ти “Нөгөш”. – Башта бер ай буйы – Өфө эргәһендә, унан Ырымбур өлкәһендә әҙерлек үттек. Ике ерҙә лә беҙҙең менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тәжрибәһенә эйә булған оҫта инструкторҙар эшләне. Алған белемебеҙҙең көн дә файҙаһы тейә, әлбиттә. Беҙ ҡайҙа барғаныбыҙҙы аңлай инек инде”.

Хәрби әҙерлек тураһында һөй­лә­гәндә матди-техник тәьминәт хаҡында ла әйтмәү мөмкин түгел. Мәғлүм булыуынса, республикабыҙ ирекмән батальондары буйынса байтаҡ йөкләмәне үҙ иңенә алды, шуға күрә ошо турала һорамай булдыра алманым. “Республика беҙгә юғары кимәлдә булышлыҡ итә, – тип яуапланы капитан. – Бригадабыҙҙың башҡа подразделениелары беҙгә көнләшеп ҡарай. Әлбиттә, Оборона министрлығы һәр береһен бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. Әммә беҙ республи­каның да хәстәрлеген тоябыҙ. Матди тәьминәт тә, обмундирование ла, гуманитар ылау ҙа – барыһы ла ваҡытында һәм Радий Фәрит улы Хәбиров вәғәҙә иткәнсә килеп етә. Республикаға ихлас рәхмәтле­беҙ. Етәкселеккә лә, гуманитар ылауҙы ойоштороуға тырышлыҡ һалған бөтә кешеләргә лә батальон яугирҙәренең барыһынан да ҙур рәхмәт”.

Тап ошондай мәлдә Башҡортос­тандың көс-ҡеүәтен аңлайһың. Ысынлап та, беҙҙең яугирҙәр кейем-һалым менән тәьмин ителгән, республиканан түләүҙәр ҙә тулыһынса һәм ваҡытында килә.

Беләм, Башҡортостанда күптәр­ҙе легендар комдивтың исемен йөрөткән батальондың нисек һуғышыуы ҡыҙыҡһындыра. Был турала ла һөйләштек. “72-се мото­уҡсылар бригадаһында беҙҙең Шайморатов батальоны хәрби йәһәттән иң һәләтлеһе һәм ныҡлы­һы, бригада ҡылған батырлыҡ­тарҙың күбеһе – беҙҙең яугирҙәр­ҙең ҡаһарманлығы ул, – тине “Нөгөш”. – Командование беҙҙе даими айырып билдәләй, бурыс­тарҙың барыһын да һәр саҡ үтәй­беҙ һәм үҙебеҙҙең фронт участка­һында һәр ваҡыт алғы сафта барабыҙ. Нацистарға (Рәсәйҙә тыйылған террорсылыҡ ойошмалары – “Азов” һәм “Кракен” подразделениелары – автор.) һәм сит ил наемниктарына ҡаршы һуғыша­быҙ, ябай украиндарҙы дошман яғында осратҡаныбыҙ булманы тиерлек. Радиотапшырыуҙарҙа дошман телмәре Европаның байтаҡ телдәрендә яңғырай, ҡара тәнле наемниктар ҙа осрай”.

Әңгәмә аҙағында кешелеккә хас ябай хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшке, “Фронтта шатлыҡ-ҡыуаныстар бармы?” тип һорағы килде. “Ике ай алғы һыҙыҡта үткән осорҙа өйҙән балаларымдың хаттары һәм һүрәттәре менән посылка килеүе минең өсөн иң ҙур шатлыҡ булды. Кисерештәремде һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел”, – тип хис-тойғоһо менән уртаҡлашты “Нө­гөш”. Шуға күрә, хөрмәтле гәзит уҡыу­сылар, үҙегеҙҙең яҡлаусы­ларығыҙға һәм яугирҙәрегеҙгә балаларығыҙ менән бергәләп хаттар яҙығыҙ. Эпистоляр жанр тере, яугир бала төшөргән һүрәтте түш кеҫәһендә ҡәҙерләп һаҡлап йөрөтә, һәм уны ватсап та, телеграм да һис алмаштыра алмай.

Күптәр, батальон штабында хеҙмәт итеү бик еңел, һәр хәлдә, штаб начальнигына бер ниндәй ҙә хәүеф янамай, тип уйлай. Ысынбарлыҡта иһә фронтта хәл-шарттар башҡасараҡ. Штаб алғы һыҙыҡта урынлашҡан, унан хәрби хәрәкәткә идара итәләр. Команда штабтары – дошман артиллерияһы менән миномет батареяларының төп маҡсаты. “Нөгөш”кә лә штабты һәм медвзводты ике тапҡыр ут аҫтынан алып сығырға тура килгән. Был еңел эш түгел. Ҡурҡыу хисе – кешенең тәбиғи реакцияһы. “Нөгөш” ике тапҡыр үҙенә ышанып тапшырылған личный составты юғалтыуҙарһыҙ хәүефһеҙ ергә алып сыға. Ҡаһарманлығы өсөн Шайморатов батальоны капитаны “Нөгөш” ысын ир-егеттәр награ­даһына – “Батырлыҡ өсөн” хәрби миҙалына тәҡдим ителә. Әйт­кәндәй, ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан алып яугирҙәр араһында Герой йондоҙо менән бер кимәлдә баһалана.

- “Ирекмән”

Читайте нас: