Һеҙҙең иғтибарға егеттәр башҡарған моңло йырҙың һүҙҙәрен тәҡдим итәбеҙ.
Һәр көндө керәһең төшөмә…
Радик Нуретдинов һүҙҙәре.
Роза Сәхәүетдинова көйө.
Һәр көндө керәһең төшөмә,
Йылмайып сығаһың тирмәңдән.
Сәсеңде елдәргә, елдәргә, елдәргә
Таратып үтәһең эргәмдән.
Артыңдан үләндәр тибрәлә,
Емелдәп ысыҡтар ҡойола.
Һин мине йыраҡҡа, йыраҡҡа, йыраҡҡа
Саҡырҙың да кеүек тойола.
Мин тиле онотоп донъямды,
Һин киткән яҡтарға юл алдым.
Зәңгәр күк офоҡтар, офоҡтар, офоҡтар,
Артына кереп һин юғалдың.
Һәр көндө керәһең төшөмә,
Йыраҡҡа төбәлгән ҡарашың.
Офоҡта ҙур ҡояш, ҙур ҡояш, ҙур ҡояш,
Ҡағылма, янырһың, янырһың.
Фото: видеонан скриншот.