"Рәсәй лидерҙары" идарасылар конкурсының дүртенсе миҙгеле, "Рәсәй – мөмкинлектәр иле" президент платформаһының флагман проекты суперфиналсыһы Динар Ғабдрахманов Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында "Аңлы ата-әсәлек мәктәбе" яңы белем биреү программаһын башлай. Проект Башҡортостанда 2023 йылда старт ала, шулай ҙа бөтә илдә таралыу перспективаларына эйә.
2023 йылда Башҡортостанда "Аңлы ата-әсәлек мәктәбе" программаһы эшләй башлай. Ул икенсе һәм артабанғы бала табырға йыйынған йәш кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Программала ҡатнашыусылар балаларҙың тыуыуына нисек физиологик һәм психологик яҡтан әҙерләнеү һәм бәхетле ата-әсә булыу тураһында беләсәк. Был хаҡта проект авторы, Башҡортостандың Республика клиник перинаталь үҙәге акушер-гинекологы – "Һаулыҡ һаҡлау" трегы еңеүсеһе һәм "Рәсәй лидерҙары" идарасылар конкурсының дүртенсе миҙгеле суперфиналсыһы Динар Ғабдрахманов (Өфө) хәбәр итте.
"Бөгөн парҙарҙың күбеһе аңһыҙ, әҙерлекһеҙ ата-әсә булып китә. Мәҫәлән, Башҡортостанда ир менән ҡатындың ни бары 20 проценты ғына йөклөлөк алдынан әҙерлек үтә, ә был бик аҙ. Һүҙ витамин-минераль комплекстар ҡабул итеү тураһында ғына бармай, ул шулай уҡ хроник ауырыуҙарҙы асыҡлау, патология терапияһы, ата-әсә булып формалашыуға психологик әҙерлек. Йөклөлөк һәм бала табыу аңлы булғас, бала һау-сәләмәт булып тыуа, ғаилә уға әҙер була. Имен тамамланған һәр йөклөлөк ҡатынды киләһе сабый артынан бала табыу йортона килеүҙе ҡабатларға дәртләндерәсәк", - ти ул.
"Аңлы ата-әсәлек мәктәбе"н ойоштороусы лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре серияһын әҙерләй, ҙур тираж менән мәғлүмәт буклеттары сығара, республика халҡын ғаилә ағзаларының һаулығына иғтибарлы булырға саҡырған видеороликтар эшләй. "Йәштәр сәләмәтлек өлкәһендәге трендтарҙы ла бик тиҙ үҙләштерә, шуға күрә беҙгә заманса аралашыу ҡоралдары ярҙамында ла бының менән файҙаланырға кәрәк, ата-әсәнең аңлы булыуы мөһим тигән фекерҙе еткерергә кәрәк. Беҙ Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында лекциялар уҙғарырбыҙ, видеодәрестәр, ҡыҙыҡлы социаль реклама булдырырбыҙ, шулай уҡ эшебеҙгә лидерҙарҙы, йәштәрҙең фекерҙәрен, кумирҙарын йәлеп итербеҙ", – тине Динар Ғабдрахманов.
Табип, "Аңлы ата-әсәлек мәктәбе" проекты 2023 йыл аҙағына йөклөлөк башланғанға тиклем йөклөлөк осорона әҙерлек үткән йәш парҙарҙың һанын кәм тигәндә ике тапҡырға арттырырға ярҙам итәсәк, был, үҙ сиратында, йөклө ҡатындарҙың һәм яңы тыуған сабыйҙарҙың сәләмәтлек күрһәткестәрен яҡшыртасаҡ, тигән ышанысын белдерҙе. "Күп йылдар инде аңлы ата-әсәлек темаһы менән шөғөлләнәм, сөнки буласаҡ сабыйҙарҙың һаулығы һәм ҡатын-ҡыҙ һаулығы өсөн бөтә күңелем менән янам. Бөтә республика буйынса лекциялар уҡыйым, йөклөлөккә, бала табыуға әҙерлектең файҙаһы һәм ыңғай мөнәсәбәте тураһында һөйләйем. "Рәсәй лидерҙары" идарасылар конкурсы суперфиналынан һуң минең остазым – Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Виктор Фисенко бөтә фекерҙәрҙе, идеяларҙы проектҡа индерергә кәңәш итте. Ҡайһы бер эшкәртмәләрҙән һуң был килеп сыҡты, унан да бигерәк, ошо көндәрҙә генә уны тормошҡа ашырыу өсөн йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡ грантын оттом", – тип һөйләне Динар Ғабдрахманов.
Шул уҡ ваҡытта уның проекты йәштәргә генә түгел, ата-әсәләргә йөклөлөк башланғанға тиклем уйланылырға кәрәк, тип билдәләне ул. Ғаилә быға күнегеп китергә тейеш. "Ҡайһы бер кешеләрҙең аңлы мөнәсәбәте өлкән йәштә килә, шуға күрә беҙҙең проект йәштәргә генә иҫәпләнмәгән", - ти белгес.
Динара Ғабдрахмановтың "Аңлы ата-әсәлек мәктәбе" проекты Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламентының һаулыҡ һаҡлау буйынса эксперт советынан хуплау тапты. Уның менән шулай уҡ илдең башҡа төбәктәре лә ҡыҙыҡһына. Беҙҙең проект һәр төбәккә еңел күсерелергә мөмкин һәм бөтә ил буйлап таратылыр, киләсәктә лә шулай булыр тип ышанабыҙ", – тип билдәләне ул.
Динар Ғабдрахманов 13 йыл акушерлыҡ һәм гинекология өлкәһендә эшләй. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан акушерҙары рейтингында ("Докторҙар тураһында" сайты мәғлүмәттәре буйынса) беренсе урынды биләй. Республика клиник перинаталь үҙәге ҡарамағында төбәктә беренсе санитар авиация бүлексәһен ойоштороуҙа ҡатнаша. Пандемия ваҡытында коронавирус инфекцияһы асыҡланған йөклө һәм бала тапҡандан һуң тыуған пациенттарға, шул иҫәптән инфекцион бала табыу йорто шарттарында медицина ярҙамы күрһәткән. "Акушерлыҡ - медицинаның ауырыуҙы дауалау өсөн түгел, ә яңы тормош тыуҙырыуға ярҙам итеү өсөн булдырылған берҙән-бер өлкәһе. Мин үҙ эшемде яратам", - тип билдәләне ул.
Динар Ғабдрахманов дүрт уҡыу йортон, шул иҫәптән Башҡортостан дәүләт медицина университетын һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте Һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре төбәк профсоюзының йәштәр советы рәйесе, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы йәш табиптар советында тора. 2021 йылда "Рәсәй лидерҙары" идарасылар конкурсының дүртенсе миҙгелендә ҡатнашыуға ғариза бирә, "Һаулыҡ һаҡлау" трегы еңеүсеһе була һәм конкурстың суперфиналына сыға. Динар Ғабдрахманов бөтә ҡаҙаныштар өсөн төп стимул тип ғаиләһен иҫәпләй: "бөтә уңыштарға ғаиләм – ҡатыным Ирина һәм улым Әмир арҡаһында ғына өлгәштем. Уларҙың ярҙамы минең өсөн бик мөһим".
"Рәсәй лидерҙары" идарасылар конкурсы сиктәрендә үткәрелгән "Һаулыҡ Һаҡлау" трегында бөтәһе 15 меңдән ашыу кеше ҡатнашты: 40-тан күберәк табип трек еңеүселәре тип иғлан ителде, етәүһе конкурс еңеүселәре булды.
Фото: республика Хөкүмәте.