Ғафури районының "Звезда" гәзите хәбәр итеүенсә, Украиналағы махсус операция барышында Радмир Раил улы Йәнбәков һәләк булған. Был күңелһеҙ яңылыҡ менән район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов уртаҡлашҡан.
Радмир Инйылға ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡтағы 77-се һөнәрселек лицейына уҡырға инә, киң профилле тракторсы-машинист һөнәренә эйә була.
2018 йылда армияға саҡырыла. Хәрби хеҙмәтте Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында үтә. 2022 йылдың авгусынан Радмир Доставалов исемендәге батальон ирекмәндәре сафында ҡыйыу рәүештә Тыуған илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлай. Уға 22 йәш ине...
"Юғалтыуҙар тураһында һөйләү һәр ваҡыт ауыр һәм һыҙландырғыс, әммә көс-ғәйрәте ташып торған йәш ир-егеттәрҙең донъянан китеүен кисереүе йөҙ тапҡыр ауырыраҡ. Мин Радмирҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Был ауыр осорҙо үткәреп ебәрер өсөн һеҙгә көс һәм сабырлыҡ теләйем. Геройға мәңгелек дан!" - тип яҙған Фәнзил Фәйез улы.
Радмир Йәнбәков менән бәхилләшеү иртәгә, 7 декабрҙә, иртәнге сәғәт 10-да Инйылға ауылы мәҙәниәт йортонда (Мәктәп урамы, 24а) була.
Фото: https://vk.com/zvezdagafuri