Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
7 Декабрь 2022, 12:00

Ҡоролтай депутаты махсус хәрби операцияға китте

"Атайым Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында үҙ теләге менән фронтҡа киткән. Мин дә бөгөн ситтә ҡала алмайым".

Ҡоролтай депутаты махсус хәрби операцияға китте
Ҡоролтай депутаты махсус хәрби операцияға китте

Бөгөн Өфөнөң Октябрь һәм Совет райондарының хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктынан бер төркөм ир-егеттәр хәрби әҙерлек урындарына юлланды, улар үҙ теләктәре менән махсус хәрби операцияла ҡатнашырға китте.

– Беҙҙең депутат Булат Йомаҙилов та махсус хәрби операцияға китте. Булат Ғүмәр улы йәй үк унда барырға йыйыныуы тураһында белдергәйне, әммә билдәле сәбәптәр буйынса ул саҡта китә алманы. Беҙ уның ҡарарын хөрмәт итәбеҙ һәм хуплайбыҙ. Был, һис шикһеҙ, ысын ир-егеттең, илһөйәрҙең ғәмәле. Хеҙмәттәшебеҙгә бөтә ауырлыҡтарҙы һәм һынауҙарҙы еңеп сығыуҙа көс һәм ҡыйыулыҡ, илебеҙ өсөн хәл иткес тарихи мәлдә нацизмһыҙ киләсәк өсөн лайыҡлы көрәшеүен теләйбеҙ, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Булат Йомаҙилов үҙе был ҡарарын, конституцион бурысы һәм йөрәк ҡушыуы, тип аңлата.

– Атайым Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында үҙ теләге менән фронтҡа киткән. Мин дә бөгөн ситтә ҡала алмайым. Был - минең конституцион бурысым, ул мине Ватанды һаҡларға, ил мәнфәғәттәрен яҡларға саҡыра. Мин — запастағы офицер, өлкән лейтенант, һәм алғы һыҙыҡта булырға тейешмен, – тине ул.

Константин Толкачев бөтә ирекмәндәргә лайыҡлы хеҙмәт итеп, тиҙ арала Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.

Булат Ғүмәр улы Йомаҙилов 1961 йылда Белорет районының Бирҙеғол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1979 йылда Белорет районының Инйәр урман хужалығында урман ҡырҡыусы-тракторсы булып башлай. 1987–1991 йылдарҙа Белорет һәм Мәсетле район судтарында халыҡ судьяһы булып эшләй. Аҙаҡ Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар коллегияһында, Башҡортостан Республикаһының адвокаттар палатаһында эшләй. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Адвокаттар палатаһы президенты.

Ул - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Рәсәйҙең почетлы адвокаты. Күп наградалар менән бүләкләнгән.

Тормош иптәше менән ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.

Булат Ғүмәр улынына изге ниәттәрен тормошҡа ашырып, Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ.

Фото сығанағы: vk.com/ramzia.karimova.

Ҡоролтай депутаты махсус хәрби операцияға китте
Ҡоролтай депутаты махсус хәрби операцияға китте
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: