Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән:
"Ветерандарҙың “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан бүлексәһе советының 20 йыллығына арналған киңәйтелгән ултырышында ҡатнаштым. Илдең иң абруйлы ойошмаларының береһе ул. Үҙ сафында 120 меңдән ашыу ағзаны – Рәсәй Федерацияһының 84 төбәгендә 35 локаль һуғыш һәм ҡораллы конфликт ветерандарын берләштерә.
Беҙҙең республикала “Хәрби туғанлыҡ” йәмғиәтендә өс меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәр саҡ әүҙем позицияларын белдерә, бихисап республика сараларында ҡатнаша. Бөгөн дә улар лайыҡлы өлгө күрһәтә. Махсус хәрби операцияға киткән егеттәребеҙгә һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам итә: гуманитар йөктәр оҙаталар, баһалап бөткөһөҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашалар, хатта үҙҙәре лә доброволец булып китәләр. Бындай өлгө армияға яңы йыйынған егеттәребеҙ өсөн айырыуса мөһим. Был - ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм Тыуған илгә һөйөүҙең ысын өлгөһө”.
Фото: И. Сәғитовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.