Ғорурланабыҙ
8 Декабрь 2022, 10:00

Миңлеғәле Шайморатов батальоны яугирҙәренә ял биргәндәр!

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Миңлеғәле Шайморатов батальоны яугирҙәренә ял биргәндәр!Миңлеғәле Шайморатов батальоны яугирҙәренә ял биргәндәр!
Миңлеғәле Шайморатов батальоны яугирҙәренә ял биргәндәр!

Республика етәксеһе социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә:

"Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон ағзаларын ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ебәрҙеләр. Яугирҙәрҙе ҡарау һәм дауалау өсөн шунда уҡ кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған медицина хеҙмәткәрҙәре юлланды.

Әле Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында уларҙы командировкалағы табиптар - кардиолог, ультратауыш диагностикаһы табибы (УЗИ, ЭКГ), травматолог-ортопед, оториноларинголог, офтальмолог, хирург, шәфҡәт туташтары ҡабул итә. Бер нисә көндән уларға республиканан күсмә стоматология комплексы һәм төрлө профилдәге табип-стоматологтар ҡушыла.

Вәғәҙә иткәнсә, хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙгә ярҙам итеү өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ. Ирекмәндәргә, мобилизацияланғандарға - бөтә Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итеү өсөн һәр мөмкинлекте файҙаланасаҡбыҙ", - тип яҙған.

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас