"Берҙәм Рәсәй" партияһы башланғысы менән илебеҙҙә 9 декабрҙә билдәләнгән Ватан Геройҙары көнөнә почта маркаларының махсус серияһы сығарылды. Унда Әбйәлил ҡаһарманы, Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов та мәңгеләштерелгән.
Гвардия зенит ракета батареяһының хәрби расчет командиры, гвардия прапорщигы Тамерлан Илһамов Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуып үҫкән. Быйыл 4 июлдә уның командованиеһы аҫтында хәрби расчет дошмандың һауа разведкаһын алып барып ракетаға ҡаршы һуғышҡа инә һәм дошманды тар-мар итеүгә өлгәшә. Күрһәткән батырлығы өсөн Тамерланға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә.
Геройҙарыбыҙға мәңгелек дан!
Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите.