Бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар Ватан Геройҙары көнөнә арналған флешмобта ҡатнаша ала. Сара Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында 14.00 сәғәттә башлана.
Сараны “Патриот” төбәк йәмәғәт хәрәкәте, Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм башҡа йәмәғәт, йәштәр, илһөйәрлек ойошмалары ярҙамында “Башҡортостандың Диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт берекмәһе ойоштора.
"Беҙҙең республика халҡы һуғышта, хеҙмәттә үҙенең ҡаһарманлығы менән һәр ваҡыт айырылып торған. Башҡортостандан сыҡҡан 299 яугир Советтар Союзы Геройы исемен яулаған, 38-е Дан орденының тулы кавалерҙары булған. Был патриотик акцияны уҙғарыу өсөн йыйылыу урыны осраҡлы түгел. 78 Советтар Союзы Геройы һәм биш Дан орденының тулы кавалеры - Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре. Тарихи үткәнде онотмау, яҡташтарыбыҙҙың батырлығына хөрмәт менән ҡарау бөгөн айырыуса мөһим. Улар бөгөнгө геройҙар – Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары доброволецтары, йөрәк ҡушыуы, ил саҡырыуы буйынса Ватанын һаҡлауға баҫҡан яҡташтарыбыҙ өсөн өлгө булып тора. Флешмобта иң элек йәш быуын вәкилдәрен көтәбеҙ", - тине Башҡортостандың Диңгеҙ йыйылышы рәйесе Юлай Моратов.
Фото: "Башинформ".