Был турала популяр телевидение проекттары авторы Рита Өмөтбаева "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә бик тулҡынландырғыс яҙма ҡалдырған.
"Бөгөнгө "Башҡорт йыры" сараһында иң тетрәндергәне махсус хәрби операцияла үҙ бурысын үтәүсе йырсылар сәләме булды. Әлфир Заманов менән Фларид Бирғәлиндең сығышына халыҡ аяғүрә тороп яуапланы... Күңел тулды, әммә ышаныс ҙур - егеттәр, һеҙҙе имен-һау килеш киләһе "Башҡорт йыры" сәхнәһендә көтөп ҡалабыҙ. Фларид Бирғәлинде еңеүе менән ҡотлайбыҙ!" - тигән ул.
Афарин, егеттәр! Имен-һау йөрөгөҙ! Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!
Фото: kulturarb.ru