

Һәр замандың – үҙ батырҙары. Бөгөн һүҙебеҙ яҡташыбыҙ, Башҡортостанда тыуып үҫкән Павел Роженьков тураһында. Ул – махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы, Доставалов исемендәге батальон взводтарының береһенең командиры.
Мәғлүм булыуынса, разведка барышында батальондың миномёт батареяһы взводы дошмандарҙың нығытылған районын асыҡлаған.
Взвод командиры, прапорщик Павел Роженьков етәкселеге аҫтындағы подразделение был йәһәттән бик тиҙ сара күргән, өс миномет иҫәбен әҙерлеккә килтереп, дошманға ҡаршы ут асҡан.
Һөҙөмтәлә ҡорал һаҡланған келәт, ике БМП, 15 дошман юҡҡа сығарылған.
Ғорурланабыҙ!
Фото рәсми сығанаҡтан.