Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
14 Декабрь 2022, 16:15

Һүҙ. Эш. Намыҫ. Был һүҙҙәр улар өсөн ят түгел

Меценаттарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. 

Һүҙ. Эш. Намыҫ. Был һүҙҙәр улар өсөн ят түгел
Һүҙ. Эш. Намыҫ. Был һүҙҙәр улар өсөн ят түгел

Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә “Һүҙ. Эш. Намыҫ” меценаттарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән предприятие коллективтарына һәм республика халҡына Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров рәхмәт белдерҙе.

– Граждандар берҙәмлеге һәм юғары теләктәшлек күрһәтеп, һеҙ беҙҙең доброволецтарға һәм мобилизацияланыусыларға әүҙем ярҙам итә башланығыҙ. Улар – беҙҙең атайҙарыбыҙ, ағай-энеләребеҙ, ирҙәребеҙ, улдарыбыҙ, күршеләребеҙ, ауылдаштарыбыҙ. Ауыр хәрби хеҙмәттәре һеҙҙең ярҙамһыҙ һәм иғтибарһыҙ ҡалманы, – тине Андрей Назаров.

Башҡортостанда хәйриә эшмәкәрлегенең тәрән тарихи тамырҙары бар, тип билдәләне Премьер-министр. Йәмғиәт, ғәҙәттәгесә, берләшә һәм ауыр һынауҙар ваҡытында ла юғары әүҙемлек күрһәтә. 1812 йылғы Ватан һуғышында уҡ башҡорттар армияға ярҙамға дүрт меңдән ашыу ат килтергән. Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостан эшсәндәре фронт өсөн биш миллиард һум самаһы аҡса йыйған.

– Бөгөн кешеләр үҙҙәре ирекмәндәр бригадаһына берләшә. Кем нисек булдыра ала, шулай ярҙам итә, сөнки хәҙер Тыуған илгә ярҙам кәрәк һәм, йөрәк ҡушыуы буйынса, ситтә ҡалырға ярамай. Бер яҡтан, был – гражданлыҡ өлгөргәнлегенең иң юғары сағылышы. Икенсе яҡтан – бер-береңә ярҙам итеүҙең төплө һәм ныҡлы йолаларын раҫлау. Икенсе төрлө әйткәндә, был беҙҙең ҡанда, – тине Премьер-министр.

Андрей Назаров һүҙҙәренсә, республика халҡының ярҙамы шул тиклем ҙур һәм күләмле булып сыҡты, хатта уны йыйыуҙы һәм яугирҙәргә алып барып еткереүҙе ойоштороу мәсьәләһе килеп баҫты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрби подразделениеларҙың личный составын үҙәкләштерелгән тәьмин итеү өсөн Башҡортостанда Гуманитар ярҙам йыйыу буйынса берҙәм логистик үҙәк эшләй башланы.

– Башҡортостан предприятиелары һәм халҡы тырышлығы менән республика Рәсәйҙең яңы төбәктәренә төҙөлөш материалдары, ағас, металл конструкциялар, ҡорамалдар һәм башҡалар оҙатты, унһыҙ ҡала һәм ауылдарҙы тергеҙеп, тыныс тормошто яйға һалыу мөмкин түгел. Һеҙҙең үҙ бурысын үтәгән һәм ҡатмарлы хәрби бурыстарҙы хәл иткән егеттәргә эскерһеҙ ярҙам итеүегеҙ бик мөһим. Һеҙҙең битараф булмауығыҙ һәм уларҙың яҙмышы өсөн борсолоуығыҙ илһөйәрлектең һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһының сағыу өлгөһө булып тора. Минең исемдән, хәрби хеҙмәттә булған егеттәрҙең һәм уларҙың ғаиләләренең йөҙҙәренән ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ, – тине Хөкүмәт Рәйесе.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рәхмәт хаты менән генераль директор Эдуард Давыдов һәм директорҙар советы рәйесе Андрей Пилипенко йөҙөндә “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте билдәләнде.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: