Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
15 Декабрь 2022, 11:50

Иҡтисад өлкәһенә ышаныс ҙур

Иҡтисад тармаҡтары бөгөн армиябыҙға ярҙам нигеҙенә әүерелә. 

Иҡтисад өлкәһенә ышаныс ҙур
Иҡтисад өлкәһенә ышаныс ҙур

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Унда ул Донбассҡа гуманитар ярҙамға айырым туҡталды.

– Беҙ унда тиҫтәләгән гуманитар ылау ебәрҙек. Хәрби бәрелештәр барған урындарҙан ғаиләләрҙе ҡабул иттек. Бөгөн ул төбәктәрҙә табиптарыбыҙ, төҙөүселәр, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре эшләй. Яҡташтарыбыҙ кешеләрҙе дауалай, ҡала һәм ауылдарҙы тергеҙә, юлдар һала, – тине Радий Фәрит улы.

Төбәк етәксеһе хәрбиҙәргә, доброволецтарға, уларҙың ғаиләләре һәм яҡындарына ярҙам итеүҙе үҙенең шәхси һәм барлыҡ идара итеү командаһының төп бурысы тип иҫәпләй.

– Беҙҙә яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн бик күп саралар ҡабул ителде. Яңы йыл байрамы алдынан мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр аҡса аласаҡ. Район хакимиәттәре, ирекмәндәр штабтары әүҙемселәренә егеттәрҙең ғаиләләренә көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорайым, – тине ул. 

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһендә иҡтисад тармағына ҙур иғтибар бүлде.

– Рәсәй Президентының Указына ярашлы, Башҡортостан биләмәһендә база әҙерлеге режимы индерелгән. Тимәк, ил Президенты Владимир Владимирович Путин иҡтисади тотороҡлолоҡ, бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәү өсөн төбәк идара итеү командаларына айырыуса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтте. Бының өсөн беҙгә тейешле вәкәләттәр бирҙе. Һәм беҙ был бурысты үтәрбеҙ, – тине ул. – Төп бурыс – сәнәғәттең, ауыл хужалығының, дөйөм алғанда республикабыҙ иҡтисады секторының һөҙөмтәле эшен тәьмин итеү.

Уҙған йылда сәнәғәтебеҙ – һигеҙ процентҡа тиерлек, быйыл ун айҙа 2,8 процентҡа үҫте. Башҡортостандың ике йыл рәттән Рәсәй Федерацияһында сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урын алыуы менән ғорурланабыҙ.

– Сәнәғәттең артабан үҫешеүе мөһим. Һәр яңы предприятие, яңы цех, станоктар халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға эшләй. Бөгөн ауыр санкциялар баҫымына ҡарамаҫтан, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын тапҡан, эш урындарын һаҡлап ҡалған, илдең иҡтисади ҡеүәтен нығытҡан предприятиеларыбыҙ етәкселәренә рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың 23 предприятиеһы “Газпром” өсөн импорт продукцияны алмаштырҙы ла инде. Бәләбәйҙең “Автонормаль” заводы – “КамАЗ” өсөн, Урал пружиналар заводы “АвтоВАЗ” өсөн комплектлау материалдары сығара. Ростех структураһына ингән республика компаниялары “Сухой Суперджет-100” һәм МС-21 самолеттары өсөн узелдар һәм агрегаттар етештереүҙә ҡатнаша.

Сәнәғәтте үҫтереү фонды ҙур ярҙам күрһәтә, уның капитализацияһы 1,3 миллиард һумға етте. Киләһе йылға, төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, республика фонды финанс ярҙамы тағы 200 миллион һумға арта.

– Кластерҙар сиктәрендә сәнәғәт производстволары кооперацияһына айырыуса баҫым яһайбыҙ. Әле беҙҙә мебель, авиация, машиналар эшләү һәм сәнәғәт кластерҙары булдырылған, тағы ла биш йүнәлеш буйынса эш алып барыла. Мебель, авиация һәм сәнәғәт ҡорамалдары федераль реестрға индерелгән дә инде. Бындай кооперация бөгөн айырыуса мөһим, был тармаҡтар армиябыҙ нигеҙенә әүерелә. Мәҫәлән, еңәл сәнәғәт тармағы махсус хәрби операция шарттарында хәрби кейем тегеүҙә ныҡ ярҙам итә, – тине ул. – Дөйөм алғанда, сәнәғәттең айырым тармаҡтарына ярҙам программаларын әҙерләү тураһындағы ҡарарыбыҙ ваҡытлы һәм һөҙөмтәле булды, тип иҫәпләйем. Быйыл еңел сәнәғәткә ярҙам итеү өсөн 158 миллион һум, ағас эшкәртеү тармағына – 40 миллион һум, халыҡ художество кәсептәренә һигеҙ миллион һум бүлдек.  

Радий Фәрит улы Хөкүмәткә ошо программаларҙы алдағы йылдарға һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уларҙы финанслау күләмен арттырыу өҫтөндә лә эшләргә ҡушты. Бынан тыш, киләһе йылда ике яңы программа – инвалидтарҙы техник реабилитациялау сараларын етештереүгә ярҙам итеү, шулай уҡ түмәр-солоҡ умартасылығы программаһы эшләй башларға тейеш тигән фекерен еткерҙе.

Фото: "Башинформ". 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас