Мәшһүр башҡорт композиторы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Рим Хәсәновтың 75 йәшенә арналған юбилей саралары “Башҡортостан” дәүләт концерт залында гала-концерт менән тамамланды. Композиторҙың оло тормош юлы ҡыҙыҡлы: Башҡортостанда, Мәскәүҙә, Австралияла йәшәү, күп төрлө музыка жанрында ижад итеү – инструменталь, хор, театр өсөн әҫәрҙәр һәм күп быуын йырсылары яратып башҡарған йырҙар, мәҫәлән, “Ҡышҡы романс”, “Өфө йүкәләре”, “Юҡҡа түгел”, “Һағыныу йыры”, “Fәлиә менән Заhир йыры” һәм башҡалар. “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе Ләйлә Аралбаева менән әңгәмәлә композитор уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша.
– Рим Мәхмүт улы, юбилей концертын ниндәй уйҙар менән ҡаршыланығыҙ?
– Был, әлбиттә, йомғаҡ яһау. Юбилей концерты үткәс тә, быға тиклем кисектереп килгән әҫәрҙәргә тотонасаҡмын. Концертҡа килгән кешеләрҙә, минең тарафтан тағы ни ҙә булһа эшләнәсәк, тигән фекер ҡалыуын теләйем.
– Ижад итеү дәүерендә һеҙ халыҡ араһында киң таралған күп йыр яҙҙығыҙ. Элек Назар Нәжми, Сафуан Әлибаев, Рәсих Ханнанов кеүек шағирҙар менән сағыу ижади тандем булып эшләгәнһегеҙ. Һуңғы йылдарҙа йырҙарҙың көйөн дә, һүҙҙәрен дә үҙегеҙ яҙаһығыҙ.
– Эйе, ысынлап та, бөгөнгө башҡортса ла, русса ла йырҙарҙың 70 – 80 процентын үҙем яҙам. Башҡортса яҙғанды руссаға ауҙарам йә киреһенсә – быны йыр ике телдә лә яңғырай алһын өсөн эшләйем. Республикабыҙ күп телле, мин тыуып үҫкән Благовар районында инде – бигерәк тә. Унда немецтар менән дә аралаштыҡ, беҙҙәге “Рәсәй” колхозы немецтарҙыҡы ине бит, шуға ла беҙгә, благоварҙарға, йырыңдың немец телендә йәки, мәҫәлән, ғәрәпсә яңғырауы – ғәҙәти күренеш.
– Хәҙерге йәш йырсылар араһында йырҙарығыҙҙы лайыҡлы итеп башҡарырлыҡ кеше бармы?
– Ғәмәлдә, ундайҙар байтаҡ. Айырыуса һуңғы конкурс быны асыҡ күрһәтте. Хәҙер инде конкурсымдың лауреаттары менән авторлыҡ концерты үткәрергә мөмкин.
Рим Хәсәнов йырҙарын башҡарыусыларҙың конкурсы ноябрҙә булды. Ҡатнашыусыларҙың башҡарыу кимәле ныҡ ғәжәпләндерҙе, ул йылдан-йыл күтәрелә бара, конкурсҡа ла етдиерәк ҡарай баралар. Беренсе конкурста “бәлки, берәүгә лә беренсе урын бирмәҫкәлер” тигән шик булһа, хәҙер инде сифат шаҡтай юғары. Конкурс ике йылға бер тапҡыр ойошторола. Тәүгеһе 2015 йылда үткәйне, ә дүртенсеһен, юбилейым йылында уҙғарылһын, тип үҙем күсерергә һораным.
– Рим Мәхмүт улы, һеҙҙең өсөн Тыуған илдә эшләү мөһимме?
– Совет заманында оппозициялағыларҙы ҡайһы саҡта илдән һөрәләр ине. Ә бит әҙәм балаһы күренмәҫ ептәр менән тыуған яғына бәйләнгән. Әгәр ҙә үҙ иленән айырһалар, уның ғүмере, ғалимдар фаразлауынса, ике-дүрт йылға ҡыҫҡара. Мин Америкала ла, Германияла ла үҙ ихтыярынан тыш Ватанынан йыраҡта йәшәгән кешеләрҙе осратҡыланым – уларға бик ҡыйын. Һағышты бер нәмә лә еңә алмай. Намыҫыңа күҙ йоморға була, ә бына һағыш барыбер кимерә, унан ҡотолоп булмай.
– Элегерәк әңгәмәләшкәндә берәй йырығыҙҙың тарихын һөйләүҙе үтенгәйнем, һәм һеҙ “Минең әсәй гөл ярата ине” йыры тураһында бәйән иттегеҙ, әсәйегеҙҙе тәрән наҙ менән иҫкә алдығыҙ. Яҡындарығыҙҙың ярҙамы ижадығыҙҙа һаман да шулай мөһимме?
– Әлбиттә. Әҫәрҙәремдең ижад ителеүе, сығарылыуы ҡатыныма айырылғыһыҙ бәйле. Фатима Шакир ҡыҙы – бөтә йырҙарымды “сығарыусы”, баһа биреүсе. Бер-беребеҙҙе йәштән беләбеҙ, 53 йыл бергә йәшәйбеҙ инде.
– Нимәнелер төҙәтеүҙе һораһа, уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалаһығыҙмы?
– Уның менән кәңәшләшмәйенсә яҙғандарым бик һирәк.
– Һеҙ нисек ижад итәһегеҙ: илһам килгәндәме, әллә Чайковский кеүек, планлы рәүештә, ултыраһығыҙ ҙа эшләйһегеҙме?
– Эйе, мотлаҡ көн һайын эшләйем.
– Ижадығыҙ бик күп ҡырлы. Һеҙ – композитор, шағир, драматург, Яҙыусылар союзы ағзаһы. Пьесалар яҙыуҙы дауам итәһегеҙме, әллә ситкә ҡуйып торҙоғоҙмо?
– Башҡа төр ижад менән бергә пьесалар ҙа яҙам. Әле бына “Вуду генийы” тигән әҫәрҙе тамамлайым. Уның геройы – дипломаттарҙың улы, улар Советтар Союзының Австралиялағы илселегендә йәшәгән. 12 йәшлек улдары эҙһеҙ юғала. Хаҡлы ялға сығып, ирле-ҡатынлылар Мәскәүгә ҡайта, һәм көтмәгәндә уларҙы инде 25 йәшкә еткән улдары эҙләп таба. Баҡһаң, малай аборигендар ҡәбиләһенә барған да: “Мин һеҙҙең менән йәшәр өсөн ғаиләмдән киттем”, – тигән. Ҡәбиләнекеләр уны ялғанды тикшерә торған детекторҙарында – ҙур һары сүл динозаврында тикшерә башлай. Австралияла динозаврҙар йәшәй, әммә был турала бер кем дә, йәғни кешелек белмәй. Ә мин унда булғанда ошо серҙе астылар, хатта күрһәттеләр ҙә.
– Пьесаға ысынбарлыҡтағы хәлдәрҙе, үҙегеҙҙең тәжрибәне лә бер аҙ өҫтәнегеҙ булып сығамы?
– Эйе. 12 йәшлек малай вуду сихырын өйрәнергә, донъя менән идара итергә теләгәне өсөн аборигендар янына бара һәм мораҙына ирешә.
Үҙем дә Австралияла саҡта вудуға өйрәнергә барғыланым. Унда мистика ғәжәп күп. Австралия аборигены тотонһа, ул ысынбарлыҡҡа әйләнә. Аңлатып булмаған, ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡайһы саҡта ышанам, улар беҙҙе солғап алған, беҙ иғтибар итеп кенә еткермәйбеҙ.
– Пьесағыҙҙы ниндәй театрға бирергә уйлайһығыҙ?
– Әлегә белмәйем. Бәлки, был радиоспектакль булыр.
– Ғүмерегеҙҙең ҡайһы мәлен иң бәхетлеһе тип атай алыр инегеҙ?
– Бына әлегеһен, хатта карантин ваҡытынан алып. Кларнетты өйрәнә, күберәк яҙа башланым, был – яңы, инструменталь өлкә. Башлыса вокал музыкаһы яҙа инем, ә хәҙер инструменталь көйҙәр ижад итәм, был бик яҡшы йоғонто яһай. Бөгөн йәш сағыма ҡарағанда ла күберәк яҙам, сөнки гитара, фортепиано, баян, аккордеонға кларнет өҫтәлде.
Кларнетта уйнарға 73 йәшемдә генә өйрәнә башланым. Карантин ваҡытында арзан ғына хаҡҡа балалар кларнеты һатып алдым да ике аҙнанан ташланым. Ҡатыным: “Ниңә?” – тип һораны. Мин әйтәм: “Ә нимәгә ул? Был бик ҡатмарлы бит. Кларнетта оҫта уйнар өсөн, уны ете йәштән өйрәнә башларға кәрәк”. “Ә-ә, бирештеңме?” – ти ҡатыным. Уның һүҙҙәре зитыма тейҙе: “Нисек инде бирештең?!” – тип уйын ҡоралын яңынан ҡулға алдым һәм бер айҙан ярайһы ғына уйнай инем.
Аҙаҡтан студент кларнеты һатып алдым. Мейемде ныҡ итеп эшкә ектем. Бармаҡтарҙы төрлө вариантта күнектереп ҡараным, һәм был ярҙам итте. Ышаныслыраҡ тотондом, ике ай тирәһе үткәс, гаммалар уйнай инем инде. Хәҙер кларнет өсөн инструменталь пьесалар яҙам, улар 50-нән ашты. Биш кларнет аудиоальбомы яҙҙырҙым. 100 вальсым бар. Мин, ғөмүмән, вальстың фанаты, уларҙың төрлөһөн ижад итәм. Күптән түгел “Талғын ғына аҡ ҡар яуа” (“Тихо падает белый снег”), “Һин гүзәл” (“Прекрасная ты”) тигәндәрҙе яҙҙым.
– Бер мәл флейтала, ҡурайҙа уйнарға хыялланыуығыҙ тураһында ла әйтә инегеҙ...
– Хәҙер ғәҙәти булмаған уйнау стилен өйрәнә башланым. Ҡурайҙа бит бурдон* менән уйнайҙар, уның фонында көй яңғырай башлай. Ошоно уҡ кларнетта ла ҡабатлап була, хәҙер ошо техниканы өйрәнәм. Был мистик, серле техника буласаҡ!
– Рәхмәт, Рим Мәхмүт улы. Күп ҡырлы ижадығыҙ тағы оҙаҡ йылдар дауам итһен, бар ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
*Бурдон – хорҙа, вокаль ансамблдә йә инструменттарҙа уйнағанда оҙаҡ итеп һуҙылған фон тауышы, ғәҙәттә, бас (“Ҙур Рәсәй энциклопедияһы”нан).
- Ләйлә АРАЛБАЕВА