Һуңғы ваҡытта әрменән ҡайтҡан егеттәрҙе һәр ауылда йыр-моң, гармун көйҙәре менән ҡаршылау матур йолаға әйләнде. Был аңлашыла ла, сөнки илебеҙ тыныс түгел. Хәрби бурысын үтәргә киткән егеттәребеҙҙе лә, махсус хәрби операцияға оҙатылған һәр ир-егетте лә ауыл халҡы дүрт күҙ менән көтөп ала, уларҙың имен-һау ҡайтҡанына шатлана. Ә бөгөн иһә шәриптәрҙең ҡыуаныстарын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ. Иректе лә ауылдаштарының йыр-моң менән ҡаршы алыуҙарын теләйбеҙ һәм яңы видеояҙма көтөп ҡалабыҙ.
Бер туған ҡустыларым бер-бер артлы әрме хеҙмәтенән ҡайта, - тип яҙған Нурсиля Зәйнетдинова. - Тәүҙә Владикты ҡаршы алдыҡ, ике көндән Иректе көтәбеҙ. Ил һаҡсыһын - Владик Ғәйнуллинды шәриптәр бына ошолай ололаған! Афарин!
Фото һәм видео: Нурсилә Зәйнетдинова.